12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Хәйбуллалар Еңеү диктанты яҙҙы

2021-се йылдың 7 майында Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районында төбәк-ара «Еңеү диктанты»  акцияһы ойошторолдо.

Диктант Бөйөк Еңеүгә арналып,  Йыһат Солтановтың әҫәренән «Беҙ ҙә Еңеү яулаштыҡ» тигән өҙөк алынды һәм онлайн һәм оффлайн форматтарҙа уҙғарылды.

Аҡъяр ауылы үҙәк район китапханаһында ойошторолған был сарала 70-ләп кеше ҡатнашһа, диктант яҙыусыларҙың дөйөм һаны 500-ҙән ашып китте. Шуныһы ҡыуаныслы, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан, Норильск ҡалаһынан яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнашты. Диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, билдәле актер һәм режиссер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.

Яҡташыбыҙ, шулай уҡ, иң өлкән ҡатнашыусы Алһыу Юлдашбаеваға һәм иң кесе йәштәге ҡатнашыусы Айһылыу Байсуринанға  Бөтә  Донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән бүләктәр тапшырҙы. «Еңеү диктанты» акцияһының бөтә ҡатнашыусыларына ла сертификат тапшырылды.

Был мәртәбәле сара Бөйөк Еңеүҙе яулашҡан, еңеп ҡайтҡан һәм яуҙа ятып ҡалған барлыҡ яҡташтарыбыҙға арналды.