12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр, һеҙҙең иғтибарға өр-яңы китап!

Хәйбулла үҙәкләштерелгән китапханалар фонды Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Таштуғайҙың ике батыры. Хөрмәтулла Үтәшев. Тормош һәм ижад юлы» исемле китап-альбомы менән тулыландырылды.

Был китапта данлыҡлы түңгәүер ырыуы башҡорттары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Хөрмәтулла Ғаззали улы һәм уның атаһы – һуғыш ветераны, заманында майҙандарҙы шаулатҡан, бер һабантуй бәйгеһендә лә бил бирмәгән, майҙан ғына түгел ялан батыры ла булған  Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшевтәртәрҙең тормош юлы һәм эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан.

Намыҫлы һәм фиҙәкәр хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған шәхестәрҙең тормош һәм ижад юлының төп ваҡиғаларына бағышланған, халыҡсан, ябай тел менән яҙылған хәтирәләр һәм мауыҡтырғыс ваҡиғалар, үҙенсәлекле, сағыу фотолар менән байытылған, башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған бай йөкмәткеле был китап  һәр  уҡыусының күңеленә хуш килер.

Китапханаға рәхим итегеҙ!

Таштуғайҙың ике батыры. Хөрмәтулла Үтәшев. Тормош һәм ижад юлы = Батыры Таштугая. Хурматулла Утяшев. Жизнь и творчество. (Китап-альбом) / [төҙ. Д. С. Ҡәйүмова, З. Ш. Ҡарабаева]. – Өфө: Китап, 2020. – 200 б., фотогр. – Библиогр.: с.195-198. – 1000 экз. – ISBN 978-5-295-07503-2 . – Текст: непосредственный.