12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһы

Хөрмәтле дуҫтар!

7 май 15.00 сәғәттә, төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Диктант Бөйөк Еңеүгә арнала. Патриотик акция онлайн һәм оффлайн форматтарҙа уҙғарыла, унда Хәйбулла районында һәм ситтә йәшәгән, телебеҙ, илебеҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем ҡатнаша ала.

Диктантты яҙыу өсөн махсус майҙансыҡ Аҡъяр ауылы үҙәк район китапханаһында ойошторола. Диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, билдәле актер һәм режиссер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡый.

Диктант өсөн Йыһат Солтановтың әҫәренән «Беҙ ҙә Еңеү яулаштыҡ!» тигән өҙөк алынған.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар (ошо ссылка аша инергә мөмкин: https://vk.com/id275282123?w=wall275282123_4201%2Fall).

Диктантты яҙып бөткәс, тексты фотоға төшөрөп, 8 май 24.00 сәғәткә тиклем diktantpobedy@mail.ru  электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерына (тел. 89053509400) ебәрергә була.

Ҡатнашыусылар исем-шәрифтәрен, эшләгән, йәшәгән һәм уҡыу урынын, белешмә өсөн телефондарын, электрон почта адресын яҙыу кәрәк. Әгәр ҙә исем-шәрифегеҙҙе күрһәткегеҙ килмәһә, псевдоним да ҡуллана алаһығыҙ.

«Еңеү диктанты» акцияһының бөтә ҡатнашыусыларына ла сертификат бирелә.

Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә, Хәйбулла Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының рәсми сайтына (https://haibcbs.ru/ ) һәм Үҙәк район китапхананың ВК бәйләнеш селтәрендәге битенә (https://vk.com/id275282123) ҡуйыла.

Ҡатнашыусыларҙы ошо ссылка буйынса теркәлеү үтеүен һорайбыҙ: https://docs.google.com/forms/d/1VjqmczXHqDx2qibWh5fUy3SJV1iUXXgXfpkbrocfZXA/edit

Диктант яҙыу өсөн бланк.