«Бер быуатлыҡ юбилей» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә республикабыҙҙағы берҙән-бер сатира һәм юмор баҫмаһы «Һәнәк» журналының 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата «Бер быуатлыҡ юбилей» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
1925 йылдың 15 сентябрендә халыҡ араһында киң танылыу алған ҡыҙыҡлы, күңелле һәм фәһемле «Һәнәк» баҫмаһының тәүге һаны сыға башлай.
Журнал фельетондар, юморескалар, шиғыр-хикәйәләр, ҡыҙыҡлы карикатуралар, көләмәстәр һәр заманға ярашлы үҙенсәлекле рубрикалар аҫтында баҫыла. Традицион рубрикалар тиҫтә йылдар һуҙымында һаҡлана килә: «Элеп алдым, һелкеп һалдым», «Әйттем – бөттө», «Әҙ-мәҙ мәҙәк», «Күрмәһәң – күр», «Беҙҙең ауыл мәҙәктәре», «Сәхнә сәхифәләре», «Туҙға яҙмағандарҙан». «Һәнәк» көлдөрөп кенә ҡалмай, етешһеҙлектәрҙе күрә, уларҙы тәнҡитләй, һәнәктең осло саттарына эләктереп ала һәм һелкеп һала. Һәм, әлбиттә, уларҙы бөтөрөү, төҙәтеү юлдарын да тәҡдим итә.
Быуат һуҙымында дәүләтебеҙҙә әллә күпме үҙгәрештәр булды, әммә «Һәнәк» үҙенең изгелекле һәм игелекле юлынан тайпылманы, үҙ эшенә тоғро ҡалды.
Тормош бер урында ғына тормай. Һәр замандың үҙ ҡаҙаныштары булған кеүек үҙенә генә хас етешһеҙлектәре, проблемалары ла бихисап. Бәхеткә ҡаршы, ауырлыҡтарҙы йырып сығыу өсөн быуаттар буйына һыналған тылсымлы бер ысул бар: ул да булһа, әлеге лә баяғы – көлкө терапияһы. Кәмселектәрҙе түңкәрерҙәй, кәйефтәрҙе күтәрерҙәй көлкөлө журнал – «Һәнәк» ошо ысулды ҡуллана. Хикмәтле хикәйәләр, шаян шиғырҙар, ғибрәтле һүрәттәр, фәһемле фельетондар, әскелтем әйтемдәр, мәрәкәле мәҙәктәр менән үҙ маҡсаттарына ирешә. Үткер күҙле, тапҡыр һүҙле сатира-юмор оҫталарын – яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы, фельетонсыларҙы йәлеп итә. Күп һанлы авторҙары ла ишәйә бара.
«Һәнәк» үҙенең асылына тоғро ҡала – йәмғиәтте кәмселектәрҙән арындырыу һәм күңелдәрҙе күтәреү өсөн бар тырышлығын һала.
Беҙҙең китап уҡыусыларыбыҙ баҫманың иһә киләсәктә лә тағы ла ҡыҙыҡлы, уҡымлы, бай йөкмәткеле булыуын, тормошҡа йор күҙлектән ҡарап, һәр нәмәнән йәм-ғәм табып йәшәүҙәрен теләй.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина