«Әҙиптең яҡты донъяһы» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, драматург, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Ибраһим Әхмәт улы Абдуллиндың тыуыуына 105 йыл тулыуға ҡарата «Әҙиптең яҡты донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин 1920 йылдың 20 сентябрендә Шаран районының Ерекле ауылында донъяға килә, ун һигеҙ йәшендә генә яҙыша башлай, 1939 йылда Өфө геологоразведка техникумын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда армияла хеҙмәт итә. Сталинград фронтында ҡаты яралана. «Выстрел» офицерҙар әҙерләү юғары курсында уҡый. 1945—1952 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» газетаһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләй, 1957 йылда Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин утыҙға яҡын ҙур күләмле, илленән ашыу бер шаршаулы пьесалар авторы. Яҙыусының ижады күп сәскәле, ижади баҡсаһы емештәргә ифрат бай. Әҙиптең ижадынан етдилек, рухи сафлыҡ бөркөлә, илһөйәрлек, илһамлы мөхәббәт темаһы ныҡлы яҡтыртыла.
Ибраһим Әхмәт улының «Девон фонтандары», «Вәғәҙә онотолмай», «Беҙ айырылышмабыҙ», «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Гөлмәрфуга», «Бажалар», «Урман ҡыҙы», «Ялҡынһыҙ яна йөрәк», «Йөрәк менән шаярмайҙар», «Утың һүнмәһен, улым», «Бер мөхәббәт яҙмышы», «Онотолған ант», «Ә ҡайындар һаман хәтерләй», «Их, Өфө ҡыҙҙары!..», «Тиле йәшлек», «Йыр булып ҡайтырмын», «Яратам, яратам…», «Күңелдәргә пәрҙә ҡормағыҙ», «Айһылыуҙың айлы кистәре», «Беҙ китергә килмәнек» пьесалары китаптарҙа баҫылып сыҡты һәм театрҙарҙа ҡуйылды. «Төштәр оҙон булмай» авторҙың ғүмер аҙағында яҙылған пьесаһы. Ул шулай уҡ «Хуш, Рим!», «Тол ҡатындар иламай», «Ҡош юлынан барам» романдары, повестары, хикәйәләр һәм нәҫерҙәр авторы. Драматургия һәм проза жанрында байтаҡ әҫәрҙәр ижад иткән күренекле яҙыусының әҫәрҙәрен беҙҙең китап уҡыусыларбыҙ яратып уҡый.
Яҙыусы әҫәрҙәре аша халыҡтар араһында йәйғор күпере һалыусы интернационалист яҙыусы булараҡ та билдәле. Әҙиптең шиғырҙарына яҙылған «Үҙ яғыма ҡайтһам…», «Ағиҙелдә боҙ кит», «Яратам, яратам» башҡа йырҙарын халыҡ яратып тыңлай.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина