«Яҡты хистәр донъяһы» китап күргәҙмәһе
15 сентябрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты, «Почет билдәһе» ордены кавалеры Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатованың тыуыуына 115–йыл тулыуға ҡарата «Яҡты хистәр донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәүлет ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Мөхәмәтҡол мәктәбен уҡып бөткәндән һуң, артабан Өфө педагогия эшселәр факультетын тамамлай, 1939 йылда Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтына уҡырға инеп, ситтән тороп уҡыуға күсә. Силәбе өлкәһенең Ҡолой урта мәктәбендә уҡытыусы, унан һуң директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Өфөгә күсеп килгәс, «Әҙәби Башҡортостан» журналында хеҙмәткәр булып эшләһә, Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлағандан һуң «Башҡортостан ҡыҙы» журналын ойоштора һәм уның тәүге баш мөхәррире була.
Шағирә һәм прозаик Кәтибә Кәрим ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Республика гәзит, журналдары биттәрендә шиғырҙары, мәҡәләләре даими донъя күрә. 1954 йылда «Тәүге сәскәләр» тигән беренсе шиғырҙар китабын сығара. «Һүнмәҫ мөхәббәт», «Мин йырлайым», «Йондоҙҙар бейей», «Саҡыр мине», «Әсә һулышы» китаптарында тормошҡа ҡарата һөйөүен, сикһеҙ мөхәббәтен белдерә, моңло күңел даръяһын халҡына бүләк итә. Кәтибә Кинйәбулатова «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире. Әҙибә ҡатын-ҡыҙҙарҙың зиһен офоҡтарын киңәйтергә, йәндәренә изгелек нурҙары һибергә, ижад рухиәтен байытыуға тос өлөш индерә.
Яҙыусының «Атай тауышы» исемле повесы «Туған телемә — 100 аҙым» акцияһы исемлегенә ингән. Повесть һуғыш йылдары ваҡиғаларына арнала, тормошсан һәм тәбиғи тел менән яҙылыуы уны уҡымлы итә.
Башҡорт әҙибәһенең һоҡланғыс ижады — халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы ул. Үҙе яҙғанса — ул халҡының йөрәгендә күңел ҡошо булып һаҡланасаҡ.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина