12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ихлас тойғолар» китап күргәҙмәһе

       Үҙәк район китапханаһының  башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхиәр Хәсән улы Хәкимовтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы «Ихлас  тойғолар» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Әхиәр Хәсән улы Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. 14 йәшендә ул үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1943 йылдан алып һуғыш тамамланғансы яу ҡырында була.

1943 йылдың сентябренән ноябренә тиклем Днепрҙың ярына ташланған 3-сө һауа десант бригадаһы сафында яуҙарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың аҙағынан һуғыш бөткәнсе ул 3-сө Украина фронтының 103-сө гвардия уҡсы дивизияһы сафында «полк улы» сифатында КраковБудапешт ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Венгрияла Балатон күле янындағы ҡаты яуҙы үтеп, Веспрем, Девечер, Шарвар, Сомбатхей, Глогниц, Вена ҡалаларында дошман ғәскәрҙәрен ҡыуып, Австрияға барып етә. Һуғыш фронттарында кисерелгәндәр Әхиәр Хәкимовҡа шиғыр, повесть, романдары өсөн бай документаль материал булып тора.

1982 йылда донъя күргән «Ҡуштирәк» романы башҡорт ауылы тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында, «Һауыр ҡумта», «Думбыра сыңы» тарихи романдары тынғыһыҙ XIV быуаттарҙы, башҡорт ырыуҙарының үҙаллылыҡ өсөн көрәше үҙенсәлекле һәм сағыу итеп бәйән итә. «Ҡош юлы» романында һуғыш осорондағы йәмғиәт тормошо һүрәтләй. Романда ҡыҙыл командирҙың ҡатыны, фашист концлагерҙарында ыҙа сиккән Нуранияның әсе яҙмышы урын алһа, «Эшелон» повесында иһә әсирлеккә эләгеп, унан азат ителгәндән һуң совет концлагеры тамуғы аша үткән Ирназар Исламғоловтың яҙмышы һүрәтләнә. «Өйөрмә», «Дауылдан ҡотолоу юҡ» романдарында башҡорт интеллигенцияһының Октябрь инҡилабына, иҫке һәм яңы ҡиммәттәргә ҡарашы сағыла, репрессиялар шарттарында шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. «Каруан» романы илдәр араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе генә түгел, халыҡтарҙың бер-береһенә булған мәҙәни һәм рухи йоғонтоһон сағылдыра.