«Ижад донъяһына сәйәхәт» әҙәби сара
22 август үҙәк район китапханаһында Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы ғилми хеҙмәткәрҙәре, танылған шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт, Рәис Түләк һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге шиғыр конкурстары лауреаты Зөлфирә Фәрит ҡыҙы Ҡарағужина һәм прозаик Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәйлә Хәбир ҡыҙы Сабитовалар менән «Ижад донъяһына сәйәхәт» исемле әҙәби осрашыу үткәрелде.
Осрашыуға үҙәк район китапханаһы янында ойошторолған «Ағинәйҙәр», «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле һәүәҫкәрҙәре, «Аҫылташ» әҙәби- ижад берекмәһе ҡәләм тирбәтеүселәре һәм китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары йыйылды.
Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, ялҡынлы ижад юлын үҙ итеп һанаған Зөлфирә Фәрит ҡыҙы күңелендәге иң изге тойғоларын асып хәҙерге заман рухы менән һуғарылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Әҙәби сарала ҡатнашыусыларҙың һәр икеһе тыуған тел, тыуған ер һәм илһөйәрлек темаларына ҡарата үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Билдәле яҙыусы, башҡорт прозаһының өмөтлө йәш прозаигы, Рәйлә Хәбир ҡыҙының ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылған әҫәрҙәре, шулай уҡ уҡымлы «Өлкәнәйеү»,«Артыҡбикә», «Яңы офоҡтар» йыйынтығына ингән «Иркә малай» әҫәре, «Һауалағы торна артынан» китаптарында яҙған фекеренең дөрөҫлөгө, әйткән һүҙенең хаҡлығы һәм ихласлығы менән үҙенсәлекле булыуын билдәләп әҙәби сара йәнле аралашыу менән үрелеп барҙы.
Сараны дауам итеп, Аҫылташ әҙәби- ижад берекмәһе һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәре Әнүзә Гәрәева «Телемә», «Йәшлегем ҡоштары», Вәғиҙә Ҡужагильдина «Ҡан тамыры» балалар өсөн «Светофор», Зилиә Кужәбәкова «Их, замана, замана», «Хайран ҡалдым» шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр, Фатима Ҡоҙабаева ваҡытлы матбуғат биттәрендә сыҡҡан баҫмаларын менән таныштырҙы, «Умырзая ғүмере», «Бормалы, бормалы ғүмер юлдары» исемле хикәйәләр китабы авторы Роза Ғәббәсованың фәһемле хикәйәләрен йылы ҡабул иттеләр.Ҡатнашыусыларҙың һәр сығышын иғтибар менән тыңлағандан һуң Зөлфирә Ҡарағужина һәм Рәйлә Сабитова һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәргә иң изге теләктәрен еткереп ижади уңышлыҡтар теләнеләр.
Ижади осрашыу йәнле, ҡыҙыҡлы һәм бик ялҡынлы үтте, ғөмүмән алғанда барыһының да күңелендә йылы тәҫьораттар ҡалдырҙы.