12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Тәрән үҙәнле ижад»- китап күргәҙмәһе

         Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Фәтих Кәрим һәм Ғәлимйән Ибраһимов  исемендәге премиялар лауреаты, 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, 3‑сө дәрәжә Дан  ордендары кавалеры Поварисов Суфиян Шәмсетдин улының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Тәрән үҙәнле ижад» исемле  китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов 1924 йылдың 29 авгусында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Тыпый ауылында тыуған. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. 1942 йылда һуғышҡа китә. УкраинаныВенгрияныЧехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Германиялағы Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.

Һуғыштан һуң Ҡазан дәүләт педагогия иниститутында белем ала. 1950- «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта. Матбуғатта уның күп шиғырҙары, «Ләлә», «Һалдат йөрәге», «Фронт юлдары» исемле поэмалары донъя күрә. «Ҡанлы бәхет» исемле романында халҡыбыҙҙың үткәне, һуғыш осоро ауыл тормошо хәл- ваҡиғалары  һүрәтләнә, «Биш партизан» китабында Совет власе урынлаштырыу өсөн көрәшеүсе ҡыйыу кешеләр, кулактар тарафынан язаланған  биш партизандың аяныслы яҙмышы тураһында. Суфиян Шәмсетдин улы Поварисовтың ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы, әҫәрҙәрен китап уҡыусылар яратып ҡабул итә.