«Данлы башҡорт балы» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Башҡортостан Республикаһы умартасылары көнөнә ҡарата «Данлы башҡорт балы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Бал – тәбиғәттең иҫ киткес байлығы ул. Башҡортостан балы бөтә донъяға танылып, уның төп һәм дауалау сифаттары юғары баһаланған.
Китап күргәҙмәһендә Рафиҡ Ноғоманов һәм Әмир Ишемғоловтарҙың «Умартасылыҡ серҙәре» китабының йөкмәткеһендә умартасылыҡтың тарихы, бал ҡортоноң төҙөлөшө һәм йәшәйеше, ҡортсолоҡтоң аҙыҡ базаһы тураһында, Әғләм Шәриповтың «Солоҡсолоҡ» һәм башҡа халыҡ кәсептәре тураһында һәм башҡа китаптарҙа бай мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.
Үҙенең умарталыҡтары, тәмле хуш еҫле йүкә балы менән Башҡортостан элек-электән үк дан тота. Йүкә балы сәскә балдары араһында тәүге урынды биләй. Уның бер ни тиклем ҡырҡыуыраҡ, әммә хуш еҫен һәм тәмен, аҡһыл төҫөн һәм үтә күренеүсәнлеген һәүәҫкәрҙәр ҙә, белгестәр ҙә һәр ваҡыт юғары баһалай.
Балда калий, натрий, магний, тимер, йод, хлор, фосфор һәм башҡа матдәләрҙең тоҙҙары ла осрай. Күп кенә минераль матдәләрҙең күләме кешенең ҡанындағы матдәләрҙең күләменә тура килә. Уның составында марганец, кремний, алюмин, бор, хром, баҡыр, цинк һәм башҡа микроэлементтар ҙа бар. Бал ферменттар, витаминдар, егермегә яҡын аминокислота, хуш еҫле һәм буяу матдәләре барлығы ла билдәле. Балдың составы һәм сифаты һут алынған үҫемлектәр төрөнә, улар үҫкән тупраҡҡа бик ныҡ бәйләнгән. Балға баһа биргәндә, уның өлгөрөүенә һәм унда һыуҙың күпме миҡдарҙа булыуына, нигеҙҙә ҡайһы үҫемлектәрҙән алыныуына, төҫөнә, тәменә һәм хуш еҫенә иғтибар бирелә.
Әгәр ҙә бал туғай һәм урман аҡландарындағы үлән сәскәләренән йыйылһа, ул ҡиммәтле дауалау сараһы булып һанала. Сөнки үләндәрҙең, ҡыуаҡтарҙың күбеһе – әлморон, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, һуҡыр кесерткән, бәпембә, юл япрағы һәм башҡалар – тәбиғи дарыу үләндәре.