Түңгәүерҙәр йыйынын китап күргәҙмәләре биҙәне
Районда түңгәүерҙәрҙең 6-сы йыйыны үткәрелеү сиктәрендә мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап- альбомдың исем туйы үткәрелде һәм «Исеме ҡурай моңдарында» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Китап-альбом ХХ быуаттың 20-се йылдарында Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия сәхнәләрендә сығыш яһаған, башҡорт ҡурайын данлаған һәм тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған мәшһүр ҡурайсы, түңгәүер ҡурайсылары мәктәбенең арҙаҡлы вәкиле Йомабай Иҫәнбаевтың (1890-1943) тормошо һәм ижадына бағышланған. Китапҡа башҡорт һәм рус телдәрендә уникаль архив документтары, төрлө йылдарҙа баҫылған мәҡәләләр һәм хәтирәләр, ҡурайсыға бағышланған шиғырҙар, һирәк осраған фотоһүрәттәр һәм Башҡортостан киңлектәренең фотопейзаждары ингән.
Китаптың төҙөүселәр яҡташтарыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы, Салауат Юлаев, Дуҫлыҡ ордендары кавалеры Хөрмәтулла Үтәшев һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тарихсы һәм журналист Азат Ярмуллин.
Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитовҡа арналған «Заман ҡаһарманы» исемле китап күргәҙмәһендә ижади эш менән дә шөғөлләнгән, милли ғорурлыҡ һәм башҡорт халҡының яҡшы киләсәккә ышанысы менән һуғарылған шиғырҙары, 1924 йылда-халыҡ йырына ҡоролған Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләрендә бер нисә тапҡыр ҡуйылған «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһының тарихы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың «Ватандаш» журналында баҫылған «Хәбибулла Ғәбитовтың тормошонда Аҡмалетдин хәҙрәт Кәлимулла улының роле» исемле мәҡәләһе урын алды.
«Милли көрәш батыры» китап күргәҙмәһен Бөйөк Ватан һуғышын Башҡорт атлы дивизияһында үткән яугир, Башҡортостанда ғына түгел, сит ерҙәрҙә лә киң таралған, арҙаҡлы көрәшсе, заманында майҙандарҙы шаулатҡан, бер һабантуй бәйгеһендә лә бил бирмәгән, майҙан ғына түгел, ялан батыры ла булған Ғаззали Үтәшевтың тормошо тураһындағы хәтирәләр тулыландыра. Хөрмәтулла Үтәшев ижад иткән «Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормошо һәм ижад юлы» исемле китап-альбомы һәм уның хаҡында иҫтәлектәр урын алды.
«Сәнғәтебеҙ ғорурлығы» китап күргәҙмәһе Рәсәй Федерацияһының халыҡ һәм атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, түңгәүерҙәр ҡор башы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшевҡа арналған. Яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштары актерҙың тормош һәм ижад юлының төп ваҡиғалары һәм данлыҡлы түңгәүер ырыуы башҡорттары тураһындағы китап урын алған.