Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүселәр!
Һеҙҙең иғтибарға Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һәм район китапханалары кәштәләрендә урын алған «Йомабай Иҫәнбаев» китап-альбомын тәҡдим итәбеҙ.
Китап-альбом ХХ быуаттың 20-се йылдарында Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия сәхнәләрендә сығыш яһаған, башҡорт ҡурайын данлаған һәм тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған мәшһүр ҡурайсы, түңгәүер ҡурайсылары мәктәбенең арҙаҡлы вәкиле Йомабай Иҫәнбаевтың (1890-1943) тормошо һәм ижадына бағышланған. Китапҡа башҡорт һәм рус телдәрендә уникаль архив документтары, төрлө йылдарҙа баҫылған мәҡәләләр һәм хәтирәләр, ҡурайсыға бағышланған шиғырҙар, һирәк осраған фотоһүрәттәр һәм Башҡортостан киңлектәренең фотопейзаждары ингән.
Баҫманың төҙөүселәре Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев, Дуҫлыҡ ордендары кавалеры Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азат Ярмуллин.
В библиотеки района поступила книга-альбом «Юмабай Исянбаев», изданная Башкирским издательством «Китап» имени Зайнаб Биишевой.
Книга-альбом посвящена жизни и деятельности выдающегося кураиста Юмабая Исянбаева (1890-1943), представлявшего национальное искусство на зарубежной сцене — во Франции, Германии, Швеции, Бельгии, Голландии, прославившего башкирский курай и снискавшего восторженный прием зрителей в мире. В книгу на башкирском и русском языках вошли уникальные архивные документы, опубликованные в разные годы статьи и воспоминания о музыканте, редкие фотографии, стихи-посвящения кураисту, а также фотопейзажи просторов Башкортостана.
Составителями книги выступили его земляки — давний исследователь биографии Юмабая Исянбаева, народный поэт Башкортостана Кадим Аралбаев, заслуженный артист России и народный артист Башкортостана Хурматулла Утяшев, историк и журналист Азат Ярмуллин.