12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ҡабатланмаҫ балҡыш ҡөҙрәте» китап күргәҙмәһе

        Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Булат Заһри улы Рафиҡовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы «Ҡабатланмаҫ балҡыш ҡөҙрәте» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Булат Заһри улы Рафиҡов Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында 1934 йылдың 4 авгусында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Юлдаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950—1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡый.

1954—1959 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университеты студенты. Вузды тамамлағас, Үрге Юлдаш урта мәктәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй, Өфөлә «Ленинсы» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып 1970 йылға саҡлы эшләй. Журналистика эше уның аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Пионер», «Ағиҙел» журналы редакцияларында дауам итә. Булат Рафиҡов 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары итеп һайлана. 1988—1998 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Башҡорт ырыуҙарының Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе була.

Булат Рафиҡовтың әҙәбиәт һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге журналист булып эшләү йылдарынан башлана. Булат Рафиҡовтың эпик һәләтлелеге проза жанрҙарында асығыраҡ күренә. Ул «Белорет — Шишмә» тимер юлы төҙөүселәре тормошона арналған «Тауҙарҙа ҡар иртә ята» повесы менән китап уҡыусыларҙың иғтибарын  йәлип итә. «Лоулла», «Йыһан азаматтары» тигән фантастик повестары менән беҙҙең әҙәбиәттә һирәк осраған жанр тармағында ла уңышлы эшләй алыуын иҫбатлай. «Сал ҡылған» романында етмешенсе йылдар башындағы ауыл тормошо яҡтыртыла. «Үр елдәре», «Бәләкәй баҡса сәскәһе», «Көнгәк», «Үлсәү йондоҙлоғо», «Тәңреләр һәм төркиҙәр», «Ғәрәп», «Һуҡайлының һуңғы байрамы», «Һуңғы ахмаҡлыҡ», «Замана беҙҙең ҡулда», «Париж башҡорто», «Өйһөҙ ҡалған тауыштар» китаптары әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡын.  «Ҡараһаҡал» романы 1990 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. «Сал ҡылған» романы Булат Рафиҡовтың ҙур эпик жанр өлкәһендәге мөмкинлектәрен асып бирә. «Эйәрләнгән ат» тарихи-фаразында Б. Рафиҡов С. Юлаевтың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм башҡа пугачевсыларҙың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡ тормоштарын хикәйәләй, уларҙың рух ныҡлығын тасуирлай.