12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Илһамлы ижад»

5 апрель үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Рамаҙан Өмөтбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Илһамлы ижад » исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

         Рамаҙан Ғимран улы  Өмөтбаев-  совет партия-дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисады, яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһының беренсе лауреаты, Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданы.

Рамаҙан Ғимран улының   тәүге китабы 1993 йылда  «Ысыҡтан эйелә ҡылған» исемле романы «Китап» нәшриәтендә донья күрә һәм уҡыусылар араһында ыңғай баһалана, Рамазан Ғимран улы баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң 1999 йылда романдың «Һынылыш» исемле икенсе китабы баҫылып сыға.

Ваҡиғалар 1930 йылдар менән тамамлана, әммә һүрәтләнгән хәлдәрҙән йәмғиәттә синфи көрәш, ярлы һәм бай ҡатлам араһында ҡапма-ҡаршылыҡ киҫкенләшә башлағаны асыҡ күренә, трилогияның һуңғы китабы «Ирәндектең күкһел томаны»  китаптары әҙәбиәт һөйөүселәр араһында киң популярлыҡ яулай. Рамазан Өмөтбаевтың һәр әҫәре тыуған ауылы Әлмөхәмәт һәм уның кешеләренә бағышлана. Персонаждар — ҡәҙимге ауыл кешеләре, араларында тарихи шәхестәр ҙә осрай. Мәҫәлән, Ғәбделманнап хәҙрәт. Бер һүҙ менән әйткәндә, яҙыусы ғүмер буйы тыуған төйәгенең тарихын яҙа. Уның романдарын тулы мәғәнәлә «роман-хроникалар» тип атап булалыр.
Трилогияның төп геройы Абдрахман Игебаев — тура һүҙле, көслө рухлы, ауырлыҡҡа бирешмәҫ ир-егет. Уға автор 1944 йылда Венгрияның Балатон күле эргәһендәге Кечкемет ҡалаһында батырҙарса һәләк булған балалыҡ дуҫы, класташының исемен биргән. Кем белә, һуғыш булмаһа, Абдрахман Ғәлиәкбәров шундай уҡ ҡурҡыу белмәҫ, бер кем алдында бил бөкмәгән ир-азамат булып данланыр ине.

 

«Генерал Кусимов» документаль повесында  башҡорт халҡының данлы улы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, ғүмерен  Ватанға Ҡораллы Көстәргә хеҙмәт итеүгә бағышлаған Советтар Союзы Геройы Таһир Таип улы Кусимовтың мауыҡтырғыс тормош юлын һүрәтләй. 2004 йылда «Атлы башҡорт» тигән повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға.

Рамаҙан Ғимран улының исемен мәңгеләштереү буйынса күп кенә эштәр башҡарылған. Өфөлә, Баймаҡта, Сибайҙа ул йәшәгән һәм эшләгән йорттарҙа иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылған, исеме урамдарға һәм мәктәптәргә бирелгән. Сибай ҡалаһында йыл һайын Республика көнөндә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге әҙәби премия тапшырыла. Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында яҙыусының ижадына арналған әҙәби кисәләр, мәктәптәрҙә, асыҡ дәрестәр даими үткәрелеп тора.