12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Тылсымлы театр донъяһы»

27 март – Халык-ара театр көнөнә ҡарата үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Тылсымлы театр донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Театр – ул тылсым донъяһы.Театрҙа хыялдар тормошҡа аша, күңел рухи аҙыҡ ала. Театр сәнғәте төрлө халыҡтар араһында дуҫлыҡты арттыра, берләштерә, халҡыбыҙҙың рухын нығыта, теленә ғөрөф – ғәҙәтенә мөхәббәт уята. Сәхнәлә, бәләкәй генә булһа ла, роль уйнарға хыялланмаған кеше юҡтыр. Уйлап ҡараһаҡ, тормошта беҙ, билдәһеҙ режиссер яҙған пьесала, үҙебеҙҙең ролдәрҙе башҡарабыҙ.Театр – ул һәр вакыт йомаҡ, көтөлмәгән хәлдәр, мөғжизәләр.

Китап күргәҙмәһендә әҙәбиәт һөйөүселәр, яҡташыбыҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтың «Тормош һәм ижад юлы», СССР –ҙың халыҡ артискаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың «Тормошо һәм ижады», Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артискаһы, Зинира Атнабаеваның ижад һәм тормош юлын сағылдырған «Уҙған ғүмер иҫтәлек» шулай уҡ, ХХ быуаттың бөйөк башҡорт актеры – СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың «Тормошо һәм ижады» китап-альбомындарында һәм башҡа сәхнә йондоҙҙарының тормошон һәм ижадын сағылдырған китаптар, фотоматериалдар менән танышырға мөмкин. Театр – ул тормош, театр – ул йәшәйеш. Театр – ул иҫкиткес мөғжизә. Ысынбарлыҡ ағымы – сәхнәлә.