12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ижади осрашыу «Яҙмаларҙа иң ихлас тойғоларым»

19 март үҙәк район китапханаһында «Аҫылташ» һәүәҫкәр яҙыусылар ойошмаһы менән бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған «Яҙмаларҙа иң ихлас тойғоларым» исемле ижади осрашыу үтте.

Районыбыҙ талантлы, рухлы кешеләргә бай. Һанап тораһы ла түгел, быны беҙ арҙаҡлы шәхестәребеҙгә, талантлы яҙыусыларыбыҙға ҡарап та әйтә алабыҙ. Әммә республика, ил кимәленә сыҡмаһа ла, тыуып-үҫкән, килен булып төшкән ерендә йәшәп, ялҡынлы йөрәк хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөүсе һәләтле һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ ҙа байтаҡ. Күңел түренән сыҡҡан, тирә-яҡтың матурлығын, тереклектең тын алышын тойған, камиллыҡҡа ынтылған яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен,  шиғри күстәнәстәренән ауыҙ итеү үҙе бер оло кинәнес. Улар дала ерлегенә хас киң күңеллелек, халыҡсанлыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған. Нәфис һүҙгә, әҙәбиәткә булған һөйөү – оло рухи хазина,  ҡөҙрәт һәм уны һәр саҡ үҫтереү зарур икәнлеген аңлау ҙа үҙе ҙур табыш. Ә инде беҙҙең һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ үҫәләр, алдарына яңы маҡсаттар ҡуялар, китап сығарыу өҫтөндә эшләйҙәр.

«Күңел ялҡындары» исемле китап күргәҙмәһе ҡәләм тирбәтеүселәребеҙҙең ижады менән тулыланды. Рухлы китаптар донъяға, йәмғиәткә, йәмле тәбиғәткә булған мөнәсәбәтте, ғаилә ҡиммәттәрен, тулҡынландырғыс уй-кисерештәрҙе, йөрәк тибеше аша замандын, быуындын тын алышын сағылдыра.

Ижади осрашыуҙа үткән йылға йомғаҡ яһалды, киләсәккә аныҡ бурыстар ҡуйылды һәм һәр береһе фәһемле фекерҙәрен тәҡдим итеп, изге кәңәштәрен еткерҙе. Ошо илһамлы мәлдәр һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәрҙең тормош юлында тик йондоҙ булып балҡыған маяк булып торһон, үҙ уҡыусыларын табып, ғүмер һуҡмағында сәм өҫтәһен.

 

Л.Х. Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.