12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Халҡыбыҙҙың рухи көҙгөһө» хәтер кисәһе

     18 март үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 7 а класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Атанов Юлдаш Рим улы), Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы «Халҡыбыҙҙың рухи  көҙгөһө» исемле хәтер кисәһе үткәрҙе.

Ер йөҙөндә кешеләр күңелендә ҡалдырған изгелек, яҡшы эштәр менән үлсәнә. Шуға күрә уларҙың исемдәре лә халыҡ күңелендә мәңге йәшәй. Кеше үҙенең артынан яҡшы эштәр ҡалдыра икән, тимәк, ул үлемһеҙ.

Салауат Юлаев ордены кавалеры Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең бар булмышын халҡына бағышлаған күренекле шәхес. Тыуған еребеҙҙең яҡты киләсәге, бәхете өсөн күп эштәр башҡарыусы, илде, туған телде үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаусы, республикабыҙға заманса яңы һулыш индереүсе етәксе булды.

Мортаза Ғөбәйҙулла улының бала саҡ осоро һуғыш йылдарына тура килеп етенсе синыфты ғына тамамлай алыуына ҡарамаҫтан Өфө нефть техникумына уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлағас йәш белгесте Өфө нефть эшкәртеү заводыньң операторы итеп тәғәйенләйҙәр, төп эшенән айырылмай, Өфө нефть институтының киске бүлеген тамамлай. Артабан Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшкә ҡушыу һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары, директор вазифаһына тиклем үрләгән кеше булһа, шул өлкәлә тәүәккәл, хатта ныҡышмал етәксе булараҡ абруй ҡаҙана.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана.

Сара барышында уҡыусылар Мортаза Ғөбәйҙулла улының дәүләт башлығы вазифаһында идара итеү дәүерендә тап кешеләр өсөн башҡарған эштәренең мөһимлеге тураһында презентация ярҙамында, ә Хәйбулла районында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бихисап эштәр башҡарылыуы тураһында Акъяр телеведениеһында һаҡланған яҙмалар менән яҡындан таныша алдылар.

Сараға саҡырылған 3-сө һанлы полилингваль күп профилле Аҡъяр урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Зөлхизә Искужина, Күмертау ҡалаһында уҙғарылған Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Рәхимов уҡыуҙары»  төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына әҙерләгән «Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов – үрнәк алырлыҡ шәхес» темаһы менән сығыш яһаны. Зөлхизә эш барышында VII – VIII синыф уҡыусылары араһында «Кем ул Мортаза Рәхимов?» тигән һораулама үткәреп, һөҙөмтәләр билдәле булғас, йөкмәткеле материал йыйып, архив материалдарын өйрәнеп, артабан тәүге Президентыбыҙҙы яҡындан белгән кешеләр, күренекле шәхестең туғандары менән бәйләнешкә сығып төплө әҙерлеге тураһында уҡыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланылар.

Китапхана хеҙмәткәре «Именлектә булһын илгенәм» китап күргәҙмәһендә Мортаза Ғөбәйҙулла улына арналған китаптар һәм Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамовтың «Ағиҙел» журналында баҫылған «Президент Рәхимов» документаль романы менән таныштырып үтте.

Республикала йәшәгән халыҡтың, йәнтөйәгебеҙҙең үҫеше өсөн бихисап мөһим эштәр атҡарған шәхестең тормошҡа ҡарашы бөгөнгө быуынға ҙур  үрнәк булып тора.