12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби – музыкаль сара «Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана»

Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, күңелдәрҙе  елкендереп яҙ килгәндә 8 март Халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә.          Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге «Ағинәйҙәр» һәм китапхананың  иң әүҙем китап уҡыусылары өсөн «Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана» исемле  әҙәби–музыкаль сара үткәрҙе.  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – яҙ, сәскәләр байрамы. Сәскәләр – тормош биҙәге, тиҙәр. Был ғәҙел баһа, сөнки улар тәбиғәт матурлығын һәм уның муллығын сағылдыра. Улар менән һоҡланмау мөмкин түгел. Сарала ҡатнашыусылар  «Сәскәләр иленә сәйәхәт» иттеләр, сәскәләрҙең был донъяға барлыҡҡа килеүе, яраҡлашып үҫеп китеүе, хуш еҫтәре, ҡайһы бер сирҙәрҙән дауаланырға ла ярҙам итеүенең шифаһы  тураһында, сәскәләрҙең кешеләргә хеҙмәт итә торған, ваҡытты белгерткән «Сәскә сәғәттәр» менән танышып, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр  тупланылар.

Беҙҙең районда ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһен әкиәт донъяһына әйләндереүсе хужабикәләр бик күп. Сәскә, гөлдәр үҫтереү өсөндә күп көс, тырышлыҡ кәрәк.Үҙ ҡулдары менән сәскәләр үҫтереп, уларҙан матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкинме һуң.
Күңеленә яҡын булған был эш менән ихлас шөғөлләнгән һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ сағыу сәскәләре иртә яҙҙан, ҡара көҙгә тиклем ишек алдарын, уҡыу йорттарын матурлыҡҡа күмгән Гөлназ Фәрит ҡыҙы Иманова беҙгә шөғөлөнөң үҙенсәлектәре менән бүлешеп, ҡыҙыҡһыныусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе.

Әҙәби – музыкаль сараға байрам кәйефе өҫтәп  Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай һәм йыр бүлеге хеҙмәткәрҙәре  ҡурайҙа Рифат Кускилдин һәм Хәйҙәр Ильясов башҡорт халыҡ көйө «Урал», «Хан ҡыҙы», думбырала Гөлназ Иманова, ҡурайҙа Рифат Кускилдин «Суҡ муйыл»,«Казачий» көйҙәрен башҡарҙылар. Хәйҙәр Ильясов башҡорт халыҡ йыры «Абдрахман» йырының тарихы менән таныштырып йырлап ишеттерҙе.  Гөлназ Иманова  сағыу тауышы менән башҡорт халыҡ йыры  «Йыуаса» йырын йырлап күңелдәргә дәрт-илһам өҫтәне.         Балаларҙа башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарына, башҡорт теленә ҡарата һөйөү, һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уятыу, милли рух  тәрбиәләү маҡсаты менән эшләгән эштәренә уңыштар теләп, «Ағинәйҙәр» исеменән мәғәриф хеҙмәте ветераны  Фәриҙә Ниғматуллина бай йөкмәткеле сығыштары өсөн эштәрендә ижади  уңышлыҡтар теләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Шулай уҡ, үҙенең ҡул эштәре менән төрлө конкурстарҙа, район кимәлендә уҙғарылған  сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан күптән инде үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән Гөлйемеш Дәүләтбаева һабындан «Сәскәләр гөлләмәһе» эшләү серҙәре менән бүлеште. Күҙ нурҙары түгеп, һөйөү менән башҡарылған эштәр матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәреңкелеге бирә.

Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да илаһираҡ зат юҡ. Китапхана хеҙмәткәрҙәре байрам сараһына арналған «Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана»   исемле китап күргәҙмәһенә ҡуйылған Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова, Кәтибә Кинйәбулатова һәм башҡа яҙыусыларҙың шиғыр йыйынтыҡтарына байҡау яһанылар. Йәш яҙыусы Яңыбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Әлиә Сәлимованың  «Уртаҡ яҙмыш» исемле китабынан «Кәкүк» повесының аяныслы ла, сетерекле лә ҡатын ҡыҙ яҙмышы тураһында  ҡыҫҡаса  һөйләгәндән һуң  фекер алышыу ойошторолдо.

Сара ҡатнашыусыларҙың һәр береһе лә ғаиләләрендә сағыу мәлдәрҙең күберәк булыуын, донъяларҙың имен тороуын теләп, изге уйҙа  таралыштылар.