12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форум «Имен тәбиғәт – һау киләсәк»

Оло Әбеш ауылы мәҙәниәт йортонда «Айыҡ ауыл 2023» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған «Имен тәбиғәт – һау киләсәк» исемле төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форум уҙҙы.

Форумдың маҡсаты: тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу, тыуған яҡтың тәбиғи мираҫына ихтирамлы ҡараш, ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һөйөү тәрбиәләү, тәбиғәт ҡомартҡыларына, тарихи һәм иҫтәлекле урындарға ныҡлы иғтибар арттырыу, өйрәнеү һәм ҡурсалау, халҡыбыҙҙа тыуған еребеҙ, уның гүзәл тәбиғәте менән ғорурланыу тойғоһо уятыу һәм илһөйәрлек сифаттарын үҫтереү.

Форумда Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы  Рөстәм Динислам улы Шәрипов, ғалим-эколог, Башҡортостандың Фәндәр академияһының һәм Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Өфө фән һәм технологиялар университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков, башҡорт дәүләт медицина университетының генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, йәмәғәт эшмәкәре Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Марат Мөдәрис улы Яманғолов, биология фәндәре кандидаты, башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Вәсилә Әхәт ҡыҙы Яңыбаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомының баш бухгалтеры, яҡташыбыҙ  Альбина Сәйфулла ҡыҙы Әфләтунова, Бөрйән районы Байнаҙар һәм Йылайыр районы Бирҙәш ауылдары делегаттары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, район мәктәптәренең география уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм Оло Әбеш ауылы халҡы ҡатнашты. Форумды район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова һәм Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов юғары кимәлдә, йәнле итеп алып барҙылар.

Һәр сығыш яһаусы мөһим, кәрәкле, ҡыҙыҡлы темаларҙы, мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты, мәҫәлән Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков «Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла муниципаль районы уҡыусыларының лаборатория һәм антропометрик күрһәткестәрен баһалау» темаһы буйынса сығыш яһаны. Уларҙың фәнни-тикшеренеү эшендә 1-се һанлы Аҡъяр, Оло Әбеш, Өфө ауылдары һәм Бурибай ҡасабаһының уҡыусыларының мәғлүмәттәрен ҡулланылған. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева иһә экология торошоноң сәләмәтлеккә йоғонтоһо һәм айыҡ ауыл конкурсының да һаулыҡты һаҡлауҙа мөһим роль уйнауын аңлатып үтте.

Оло Әбеш ауыл биләмәһендә уникаль «Шайтан-тау махсус һаҡланған зоологик дәүләт заказнигы» урынлашҡан. Һирәк осраған хайуан, йәнлектәрҙе һәм үҫемлек төрҙәре популяцияһын һаҡлау, ғөмүмән тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында унда һунар итеү, ағас ҡырҡыу өлөшләтә сикләнгән, ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙе һаҡһыҙ өҙөү тыйылған. Заказник 1971 йылда рәсми теркәлгән, уның майҙаны 30 мең 500 гектар тәшкил итә. Районыбыҙҙың тәбиғәте менән ҡыҙыҡһынып, уны өйрәнеү, тикшереү маҡсатында ғалимдар, ботаниктар, зоологтар, географтар килә. Профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре ботаник, биология фәндәре докторы Евгений Кучеров 1948 йылда Шайтан-тауға экспедиция ойоштора, экспедицияның маҡсаты Шайтан-тауға заповедник исемен бирергә, ләкин был тәҡдим планда ғына тороп ҡала. 1991 йылда экология һәм тәбиғәт ресурстарын  дөрөҫ файҙаланыу Дәүләт комитеты төҙөлгәс, был тәҡдимгә кире әйләнеп ҡайталар. Биология Институтының хеҙмәткәрҙәре ингән экспедиция төҙөлә, улар 1991 йылдың 17 июненән 8 июлгә тиклем Шайтан-тау тәбиғәтен төплө өйрәнәләр һәм Шайтан-тауҙы заповедник итергә тигән проект төҙөп экология һәм тәбиғәт ресурстарын дөрөҫ файҙаланыу Дәүләт комитетына тапшыралар. Шайтан-тау тәбиғәтенә арнап «Дубравная лесостепь на хребте Шайтантау и вопросы ее охраны» исемле китап сығаралар.

Евгений Кучеровтың улы биология фәндәре кандидаты, дендрология, урман селекцияһы һәм ағас үҫемлектәрен интродукциялау лабораторияһының ғилми хеҙмәткәре Сергей Евгеньевич Кучеров та төрлө йылдарҙа Шайтан-тауға экспедиция ойоштора һәм имән ағастарының хәле, торошо, янғын һәм ебәк күбәләк ҡарышлауығы зыяндарынан һуң терелеп китеүҙәре тураһында фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара. Форумда Сергей Кучеровтың ошо хаҡтағы видеояҙмаһы күрһәтелде.

Шайтан-тау дәүләт зоологик заказнигы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Шайтан-тау дәүләт тәбиғәт заповеднигы менән сиктәш.  Күршеләребеҙ Шайтан-тауға заповедник исемен 9 октябрҙең 2014 йылында алыуға өлгәшкәндәр. Шайтан-тау ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Игорь Вячеславович Быстров ҡурсаулыҡтың эшмәкәрлеге тураһында видеояҙма аша һөйләне.

2021 йылда районыбыҙҙың урман зонаһы ҡатмарлы янғындарға дусар булды. Шайтан-тау заказнигы ҡурҡыныс утлы ғәрәсәттән ныҡлы зыян күрҙе. Ошо хаҡта һәм райондың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштәр нисек ҡоролғаны тураһында район хакимиәте башлығы  Рөстәм Динислам улы Шәрипов төплө һөйләне. Артабан мәғариф хеҙмәте ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәсих Әхмәтов Шайтан-тау заказнигындағы үҫемлектәрҙең, йәнлектәрҙең һәм хайуандарҙың үҙгәреше, Оло Әбеш ауылы мәктәбенең география уҡытыусыһы, «Мәктәп урмансылығы» түңәрәгенең етәксеһе  Илмир Хунафин түңәрәктең маҡсаты, эшмәкәрлеге һәм  Оло Әбеш ауылы мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Асҡаров Йәнтимер заказникта  һаҡланған һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм йәнлектәр тураһында һөйләнеләр.  Бөрйән ҡунаҡтары Марат Мөдәрис улы Яманғолов һәм Вәсилә Әхәт ҡыҙы Яңыбаевалар ике район тәбиғәтенең оҡшашлығы һәм айырмаһы тураһында һөйләп, кәңәштәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ, экологик форумда ҡатнашыусы һәр кем үҙ ҡарашын, фекерен һәм тәҡдимен белдерә алды.

«Имен тәбиғәт – һау киләсәк» исемле төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форум юғары кимәлдә уҙҙы. Форум аҙағында ҡуйылған аныҡ резолюциялар тормошҡа ашһын,  тәбиғәтебеҙ күркәм, киләсәгебеҙ имен булһын.

 

 

 Л.Х. Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.