12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө.

25 февралдә  Башҡортостан  Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул ителә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, республика дәүләтселегенең  рәсми символдарының береһе — яңы флаг раҫлана.

22 февраль үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнөнә ҡарата  акция сиктәрендә – уҡыусыларға  һәм студенттарға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө тураһында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр биреп буклеттар таратты.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы тураһында законында флаг төҫтәренең мәғәнәһе асыла: йәшел төҫ – азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ – республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; зәңгәр төҫ – уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын, ғәҙеллекте, күк йөҙөн белдерә.

Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡорт халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.

Бөгөн иһә Дәүләт флагы — республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ атрибут. Ул илдең төрлө төбәктәрендәге республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә лә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларҙың юлдашы.