12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ижади осрашыу «Ныҡлы ғаилә – ил терәге»

8 февраль үҙәк район китапханаһында 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 8б класс уҡыусылары өсөн ғаилә йылына арналған «Ныҡлы ғаилә – ил терәге» исемле ижади осрашыу кисәһе ойошторолдо. Ысынлап та, ныҡлы ғаилә – ил күрке, тип юҡҡа ғына әйтелмәйҙер. Әгәр ҙә ғаилә ныҡ һәм татыу икән, илебеҙ ҙә ныҡлы һәм көслө була. Намыҫлы хеҙмәттәре менән абруй ҡаҙанған, йәшәйештәре менән өлгө булған һоҡланғыс ғаиләләр районыбыҙҙа бик күп. Шундай матур ғаиләләр сарабыҙҙы биҙәне лә инде.

Осрашыу кисәһен пар күгәрсендәрҙәй гөрләтеп донъя көтөүсе, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көткән, йөҙҙәренән бәхет нуры һирпелеп торған саф мөхәббәтле, мәғариф хеҙмәте ветерандары Урал Айрат улы һәм Әлфиә Сөләймән ҡыҙы Бохарбаевтар һәм бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап торған, хеҙмәттәренән  тәм, йәм табып, бер-береһенә мөхәббәтле йырҙар бағышлаған, сәнғәт донъяһын юлдаш иткән, йыр-моңға ҡойоноп йәшәүсе мөхәббәтле парҙар Юлай  Хәйрулла улы һәм Сәриә Сәғәҙәт  ҡыҙы  Асҡаровтар йәмләне.

Өлгөлө ғаиләләр үҙҙәренең тәүге тәпәй баҫҡан тыуған ерҙәре, бала саҡ, мәктәп йылдары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, хеҙмәткә, уҡыуға һөйөү тәрбиәләгән, балаларын аяҡҡа баҫтырабыҙ тип бар көсөн һалған ата-әсәйҙәре тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлештеләр.

Һәр кемдең дә тәүге тапҡыр ғашиҡ булған, тәүге тапҡыр һөйөү хистәре кисергән ваҡыттары була. Беҙҙең парҙарға ла тәүге мөхәббәттәре менән сәстәрен сәскә бәйләп, ғүмерлеккә бергә ҡалыу бәхете эләгә. Тәүге осрашыу, мөхәббәт тарихтары тураһында бик матур итеп һөйләне улар. Урал һәм Әлфиә Бохарбаевтар беренсе тапҡыр 1981 йылда Йәнтеш ауылы янында урынлашҡан «Аҡсарлаҡ» исемле балалар һауыҡтырыу пионер лагерында осраша. Урал Айрат улы лагерҙа етәксе булып эшләй. Лагерға пионервожатый булып өс ҡыҙ килә тигәстәр, Урал Айрат улы уларҙы ҡапҡа төбөнә сығып ҡаршы ала, ҡыҙҙарҙың береһе Әлфиә Сөләймән ҡыҙы була һәм улар бер-береһен тәү күреүҙән үк оҡшата. Шул уҡ кисте ғашиҡ булған егет ҡыҙҙы осрашыуға саҡыра һәм ошо көндән алып уларҙың йөрәгендә ғүмерлек һөйөү хистәре ярала. Һоҡланғыс ғаиләнең бергә иңгә-иң терәшеп, бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 40 йылдан ашыу. Бик аҡыллы, тәүфиҡле, уңған Иҙел исемле ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тик бишле билдәләренә генә уҡып, мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас Иҙел Мәскәүҙә юғары уҡыу йортонда белем алған осорҙа Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең стипендияһына һәм шулай уҡ Мәскәү ҡалаһы мэры тарафынан булдырған стипендияға лайыҡ була, уҡыуын  ҡыҙыл дипломға тамамлай. «Иҙел улыбыҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ, терәк-таянысыбыҙ, ғаиләһе менән беҙҙе ҡыуандырып ҡына тора», – тип һүҙҙәрен йомғаҡланы Бохарбаевтар ғаиләһе.

Юлай Һәм Сәриә Асҡаровтарҙың тәүге осрашыу тарихы былай: Сәриә Сәғәҙәт ҡыҙының ата-әсәһе Әбеш ауылынан Ивановка ауылына күсеп килә һәм урам буйлап ҡыҙыл плащта килгән һылыуға Ивановка егете Юлай Асҡаров бер күреүҙән  үк ғашиҡ була. Ул ваҡытта ҡыҙға ни бары 16, ә егеткә 17 йәш була. Артабан Юлай Хәйрулла улын армияға алалар, Сәриә һылыу йән һөйгәнен күрер өсөн ике тапҡыр армияға осрашыуға барып ҡайта. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәштәр егет армиянан ҡайтҡып бер аҙна үткәс, өйләнешеп тә ҡуялар. Улар өс баһадир егет тәрбиәләп үҫтергәндәр. Күренекле яҡташыбыҙ, кинорежиссер, продюсер, сценарист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айнур Асҡаров тап ошо матур ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. Айнур, Вилдан, Ғәзинур Асҡаровтар илһамлы сәнғәт донъяһына ғашиҡ булып, татыулыҡта, берҙәмлектә буй еткерәләр. Әле лә улар ата-әсәйҙәрен уңыштары менән ҡыуандырып, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. «Улдарыбыҙ ғаиләләре менән ҡайтып төшһәләр, өйөбөҙ бал күсе кеүек гөрләп тора, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе һөйөп туя алмайбыҙ», – тип Асҡаровтар ғаиләһе «Тип йөрәгем» исемле йыр менән сараны музыкаль яҡтан биҙәп тә ебәрҙеләр.

Изге күңелле, өлгөлө ғаиләләр уҡыусыларға фәһемле кәңәштәрен, изге теләктәрен еткерҙеләр. Ике ғаилә лә рухи яҡтан бай, әхлаҡлы, күркәм холоҡло, илебеҙгә кәрәкле кешеләр тәрбиәләп, бурыстарын намыҫлы үтәй. Тимәк, татыу, берҙәм ғаиләләр илебеҙҙең, ырыу-нәҫелдең абруйын арттыра, сәләмәт тормош нигеҙен тәшкил итә.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы китапханасыһы.