12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Изгелек – күңел көҙгөһө»

2024 йыл – Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. «Беҙ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендәге инвалидтарға етди ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Уларҙы эш урыны менән тәьмин итеү, уҡыу-уҡытыуҙы ойоштороу, уңайлы мөхит булдырыу, реабилитация системаларын булдырыу йәһәтенән эш етерлек. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, бындай кешеләрҙең мөмкинлеге сикһеҙ. Беҙҙең бурысыбыҙ – уларҙың йәшәү кимәлен күтәрерлек мөхит булдырыу, технологиялар индереү», – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә йылға ҡарата «Изгелек – күңел көҙгөһө» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Изгелек ҡылыу, һинең ярҙамға мохтаж булғандарға миһырбанлы булыу, хөрмәт итеү һәм аңлап ҡабул итеү барыбыҙҙың күңел көҙгөһө. Китап күргәҙмәһендә Сәлимйән Бәҙретдиновтың «Тереләргә-тере һыу», Барый Ноғомановтың «Бәхетең һинең ҡулдарҙа», Рим Ахмедовтың «Книга откровений», «Одолень-трава», Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан. Хәҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә», Яныбек Ивановтың «Записки дежурного врача», Сергей Матюшиндың «Место под облаком», Мурат Шекебаевтың «На перекор судьбе» һәм башҡа яҙыусыларҙың китаптары урын алған. Мәҫәлән, Барый Ноғомановтың «Бәхетең һинең ҡулдарҙа» китабында Паралимпия уйындарының еңеүсеһе – яҡташыбыҙ Ирек Зарипов тураһында. Ирек Зарипов 18 йәшендә юл хәрәкәте фажиғәһенә эләгеп, ауыр операциянан һуң ике аяҡһыҙ ҡала. Ошо килеш тә ул йәшәү көсөн юғалтмай.  «Мин илгә кәрәкле кеше булырға тейешмен», тип,  спорт төрҙәре менән шөғөлләнә башлай. Маҡсатына өлгәшә ул, еңеүҙәр яулай. Айырыуса биатлон буйынса донъяның иң мәртәбәле спортсылары рәтенә баҫа. Был уңыштар егеттең һынмаҫ ныҡ ихтыяры, ватансылыҡ тойғоларының көслө ташҡыны аша килеүсе әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен билдәләй.

Кешенең иңенә ниндәй генә һынау төшмәһен, ул ғүмерҙең матурлығын сағылдырған һаулыҡҡа бәйле икән һынау икеләтә ауыр. Шулай ҙа, иңеңә һынау төшкән икән, ул бәхетле йәшәргә кәртә булып торорға тейеш түгел. Мөмкинселектәре сикләнгән кешеләргә ихлас күңелдән ярҙам ҡулы һуҙыу – был һәр кем өсөн ғәҙәти күренеш, изгелек булып ҡалһын.