12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Матур ғаилә – ил ҡото!»

2024 йыл Рәсәйҙә ғаилә йылы тип иғлан ителде. «Ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында 2024 йылда Рәсәйҙә Ғаилә йылын үткәрергә ҡарар итәм», — тиелә документта. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Матур ғаилә – ил ҡото!» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Кешеләр һәр ваҡыт берләшеп йәшәгән һәм ғаилә ҡорған. Ғаилә – ир менән ҡатындың бергәләп төҙөгән ябай, әммә әһәмиәте яғынан милләттең нигеҙен тәшкил иткән мөһим бер ҡоролош ул. Ныҡлы, тулы ғаиләлә тәрбиәләнгән бала, ата-әсәһе янында ғына ышаныслы, бәхетле үҫә. Матур ғаилә ҡороу, мөхәббәт усағын һүндермәй, илгә ҡот өҫтәп йәшәү – һәр кемдең изге бурысы.

«Матур ғаилә – ил ҡото!» китап күргәҙмәһендә ғаиләнең йәмғиәттәге роле, ғаилә ҡанундарын, айырыуса бала күңеле, өлкәндәрҙең бала менән мөғәләмәһе, бала һәм ата-әсә араһында һаҡланырға тейешле йылылыҡ һәм бер-береңә ихтирам, тәрбиә һәм әхлаҡ нормалары тураһында, йәш ғаиләгә нәсихәттәр, кәңәштәр биргән китаптар урын алған.  Арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», Мөхәммәт Нурмөхәмәтовтың «Халыҡ рухын иш итеп…», Хәйҙәр Тапаковтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге», Гүзәл Ситдиҡованың «Күсле ил – көслө ил», Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ», Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй», Фирүзә Абдуллинаның «Әсәйем һабаҡтары» һәм башҡа күренекле шәхестәребеҙҙең китаптары ғаиләнең бәхетле булыу серҙәрен үҙ эсенә һыйҙырған мауыҡтырғыс донъя, тормошта булған ыңғай һәм кире күренештәр, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡабатланмаҫ характерҙар асыла. Халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр китап уҡымлы, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.
Ғаилә – ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул тиклем көслөрәк. Ғаиләһе ныҡтың ғына – иле ныҡ. Илебеҙҙә күркәм ғаиләләр күберәк булһын!