12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Шиғриәт уҙаманы»

Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсе, драматург, башҡорт әҙәбиәте классигы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе»  ордендары  кавалеры Рәшит Ниғмәтиҙең (тулы исеме Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) тыуыуына 115 йыл. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһында «Шиғриәт уҙаманы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолодо.

Рәшит Ниғмәти 1909 йылдың 27 ғинуарында  Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Буласаҡ яҙыусы 1916—1918 йылдарҙа мәҙрәсәлә белем ала. Йәшләй генә етем ҡалғас ҺамарУкраина балалар йорттарында тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килә һәм Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша. 1930 йылда Өфө рабфагын тамамлап, Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә эш башлай. 1933 йылда «Кереш» исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Яңы тормош ҡороу, «иҫкелек ҡалдыҡтары» менән көрәш яҙыусының төп темаһы була. 1933—1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә булып ҡабаттан Туймазы районына эшкә ҡайта.

1938 йылда Яҙыусылар союзына алына, унда яуаплы сәркәтип эшенә тәғәйенләнә. Китап нәшриәтендә мөхәррир була. «Дауылдар тыуҙырған ғүмер», «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Минең баҡсала» шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары башҡорт халҡының 1920-1930-сы йылдарҙағы тормошона арналған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөнән алыҫ түгел Алкин ауылында сапер эшенә өйрәтеүсе итеп тәғәйенләнә. Һуғыш осорондағы ижадында публицистик шиғырҙар өҫтөнлөк ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһы авторға ил кимәлендә билдәлелек килтерә. Шулай уҡ ошо йылдарҙа «Башҡортостан һүҙе» поэмаһы, «Мөхәббәт һәм нәфрәт» шиғри йыйынтығы донъя күрә һәм уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.

1946 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының яуаплы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. Һуғыштан һуңғы ижадынан «Большевик», «Һаҡмар ҡыҙы» поэмалары билдәлелек яулай. Шулай уҡ, яҙыусы драматург булараҡ та таныла. Ул «Табип Ғимранов», «Ағиҙел ярында», «Урман шаулай», «Һинең йондоҙо» пьесалары авторы.

Рәшит Ниғмәти тәржемәсе булараҡ: «Игорь полкы хаҡында һүҙ»ҙе, А. С. Пушкиндың «Руслан һәм Людмила» поэмаһын, «Дубровский» повесын, В. В. Маяковскийҙың «В.И.Ленин» поэмаһын, С. П. Злобиндың «Салауат Юлаев», Д. А. Фурмановтың «Чапаев» әҫәрҙәрен, В. П. Катаевтың «Яңғыҙ елкән күренә ағарып» романын, П.Павленконың «Бәхет» романын  башҡортсаға тәржемә итә.

Рәшит Ниғмәти ижадының әһәмиәте башҡорт әҙәбиәте өсөн бик ҙур. Уның поэзияһы бай темалы һәм күп жанрлы ижад. Ул башҡорт әҙәбиәтен сәйәси темаларға арналған иң яҡшы шиғырҙар, поэмалар менән байыҡтырҙы. Күренекле яҙыусы башҡорт совет поэзияһында сәйәси лириканың гүзәл өлгөләрен тыуҙырҙы. Тыуған ил, халыҡтар дуҫлығы, тыныслыҡ кеүек ҙур темалар тәрән мәғәнәлелеге менән айырылып тора. Билдәле ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов Рәшит Ниғмәти ижадын баһалап шундай һүҙҙәр әйтте: «Шағирлыҡ таланты уны поэзия түренә күтәрҙе һәм халыҡтың мөхәббәтен ҡаҙанған данлыҡлы шағир итеп танытты».

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти үҙенең әҫәрҙәрендә Башҡортостаныбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе ҙурланы, данланы, тыуған илдең ысын патриоты булырға өндәне һәм ул беҙҙең хәтерҙә «яҡты йондоҙ» булып мәңге балҡыр.