12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Илһамлы ижад»

Башҡорт әҙәбиәтенең классик яҙыусыһы, шағир, прозаик, драматург, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ  һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Баязит Бикбайҙың  (тулы исеме — Баязит Ғаяз улы Бикбаев) тыуыуына 115 йыл. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһында уның ижадына арналған «Илһамлы ижад» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Баязит Бикбай 1909 йылдың 9 ғинуарында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡалта ауылында тыуған. 1929 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай. Унан һуң Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй. Артабан ул Өфөлә: «Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире. «Октябрь» журналында яуаплы сәркәтиб, китап нәшриәтендә, Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Яҙыусылар союзында вазифалы эштәр башҡара.

Баязит Бикбай — шағир, драматург, прозаик һәм публицист. 1932 йылда беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң бер бер артлы «Урман артында», «Яҡты ер» тигән китаптары донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, фронтҡа алынмай. 1941 — 1942 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә. Бер үк ваҡытта ул һуғыш йылдары ауазы булып яңғыраған шиғырҙарын яҙа.

1937 йылдан Баязит Бикбай драматургия өлкәһендә бик уңышлы эшләй. Беренсе драма әҫәре — «Ҡарлуғас» 1939 йылда яҙылып бөтә. Унан һуң «Ватан саҡыра», «Бер ғаилә балалары» бер шаршаулы пьесаларын яҙа. Музыка театрҙары өсөн яҙылған либреттолары уның ижадында күренекле урын биләй. «Салауат Юлаев» исемле беренсе башҡорт милли операһының либретто авторы. Уның 40-тан ашыу китабы баҫылған. Толстой, Тургенев, Горький әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбай үҙенең бай ижады менән уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы. Ул поэзия, проза, драматургия өлкәһендә лә берҙәй өлгөрлөк, һәләт менән уңышлы эшләне. «Ер», «Йәшә, тормош» кеүек поэмалары, тиҫтәләгән йырҙары, лирик һәм публицистик шиғырҙары, шиғри әкиәттәре менән башҡорт поэзияһының үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Милли драматургиябыҙҙың һәм театр сәнғәтенең күтәрелешендә лә хеҙмәте тос. Уның «Ҡарлуғас» драмаһы Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Салауат театрҙары сәхнәһен дер һелкетте. Баязит Бикбай Салауат Юлаев тураһында йәнә либретто яҙып, уны музыкаға һалған композитор Заһир Исмәғилев менән бергә классик милли опера тыуҙырыуға ярҙам итте. Шул уҡ арҙаҡлы композиторыбыҙ менән берлектә ижад иткән «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы, «Шәүрә» трагедияһы ла әҙәбиәтебеҙҙең сағыу өлгөләре булып танылды. Баязит Бикбайҙың «Ҡояшлы көн», «Аҡсәскә», «Тере шишмәләр» повестарын, «Аҡселән ташҡанда» романын әле лә яратып уҡыйҙар.