12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Яҡты хистәр донъяһы» китап күргәҙмәһе

Үҙәк район китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Марсель Шәйнур улы Сәлимовтың ижадына арналған  «Яҡты хистәр донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Бөгөн күренекле яҙыусының  доньяға киң танылған яҙыусы-сатирик, шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ул иллегә яҡын китап авторы.

Йор һүҙле, үткер, һиҙге ҡәләмле шәхесебеҙ Марсель Сәлим һигеҙ йәштән үк шиғырҙар яҙа, ун ике йәшендә әҫәрҙәре матбуғатта баҫыла башлай. «Һәнәк»тә уның беренсе фельетоны ун дүрт йәшендә донъя күрә. Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Шупашҡар, Симферополь һәм Лондон ҡалаларында башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, болгар һәм инглиз телдәрендә нәшер ителгән илленән ашыу китаптың һәм Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте тарихында беренсе сатирик ике томлыҡтың (Әскелле-сөскөллө әҫәрҙәр. – Өфө : Китап, 2002–2005) авторы. Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителеп, төрлө илдәрҙә сыҡҡан гәзит, журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе.

Әҙәбиәт һөйөүселәребеҙҙең күңеленә көләс һүҙ, юмор ижады бүләк иткән, һәр юҫыҡтан ыңғай ҡараш, сатира таба белгән яҙыусының әҫәрҙәре кешеләрҙең кәйефен күтәреүсе үҙе бер илһамлы, үҙенсәлекле донъя. «Сатира яуызлыҡҡа һәм ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәштә һәр ваҡыт ҡеүәтле ҡорал булып тора», – ти Марсель Сәлимов. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә тормоштоң көнүҙәк проблемаларын ҡыйыу күтәрә, ысынбарлыҡ яҡтарын аяуһыҙ тәнҡитләй. Уның геройҙары уйлап сығарылмаған, ә ысын кешеләр. Марсель Сәлимовтың шиғырҙары һәм хикәйәләре юморҙың көлкө генә түгел, фәһемле лә булыуына сағыу миҫал.