12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Мөғжизәле Яңы йыл» 

25 декабрь  үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Ағинәйҙәр»  һәм  «Юшан» халыҡ инстументаль ансамбль коллективы өсөн йыл буйына үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһап «Мөғжизәле Яңы йыл»  исемле  сара үтте. Хеҙмәт ветерандары донъя тотҡаһы, тормош йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Улар донъя мәшәҡәттәренән арынып,  китапханала үткәрелгән һәр сараның  үҙәгендә ҡайнай.

Яңы йыл — ул мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Беҙҙең сарабыҙҙа тик изге уйҙар   менән башланды. Үтеп барған йылға йомғаҡ яһап беҙҙең һәр кемебеҙҙең уйында тик бер теләк илдә тыныслыҡ булыуын теләне.

Үткәрелгән байрам  кисәһе мөғжизәләргә бай булды. Ҡыш бабай  һәр кемдең күңеленә яңы өмөттәр бағлап, иң изге теләктәрен еткерҙе, киләһе йылдың уңышлы килеүен теләп ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Ҡыш бабай,  Ҡарһылыу, йыл хужаһы ҡуян, заманға яраҡлашҡан мәскәй әбей сараны йәмләп төрлө дәртле уйындар үткәрҙеләр, шыршы тирәләй йырлап, бейеп  ихлас күңел астылар.

Ҡуян киләһе  йылдың хужаһы йәшел аждаһаға изге бурыстарын тапшырҙы, киләсәктә донъялар тынысланып, һәр көндөң имен үтеүен теләне,  күңелле осрашыуҙар менән бай булыуын белдереп изге  хәбәрҙәре менән ҡыуандырҙы.

Мөғжизәле Яңы йыл байрамы барыбыҙға ла һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен тигән изге теләктәр менән тамамланды.