12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби кисә «Телем, моңом – әсәм биргән иман»

 Үҙәк район китапханаһында «Ағинәйҙәр» ойошмаһы һәм әүҙем китап уҡыусылары өсөн Әсәйҙәр көнөнә арналған «Телем, моңом – әсәм биргән иман» исемле әҙәби кисә үтте.

Кешелек донъяһы башланғандан алып һәр кем өсөн әсәй сикһеҙ һөйөү һәм наҙлылыҡ өлгөһө. Уның булмышы аша беҙ тормош менән танышабыҙ, бер нимә менән дә сағыштырып булмайған мѳләйем ҡарашына, яғымлы һүҙҙәренә сумабыҙ, үҙебеҙҙе һаҡлаулы, яҡлаулы тоябыҙ. Әсәнең балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.

Әҙәби кисәлә ҡатнашыусы балаларына иман нуры бүләк иткән, бар яҡтан да үрнәк булған йәш әсәй Мәрйәм Сурина үҙ ҡулдары менән тәбиғи ысул менән эшләгән хуш  еҫле һабындар, үҙенсәлекле кремдар, файҙалы ҡоро шампундар күргәҙмәһе менән таныштырҙы һәм уның эшләнеү серҙәре тураһында һөйләне. Һөнәрҙең артығы юҡ, тиҙәр. Элек-электән һәр милләт үҙенең ҡул эштәренә оҫта, ижад кешеләре менән ғорурланған. Үҙ-ара оҫталыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашыу иһә кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтыу, дуҫлаштырыу, татыулыҡ урынлаштырыуҙың бер алымы булып торған.

Һәр кем дә нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан ниндәйҙер кәңәштәргә мохтаж. Күңелеңде борсоған, төрлө сетерекле хәл-ваҡиғаларҙан юл таба алмайһың  икән психологтар һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Районда билдәле практик психолог Гөлиә Юнысова тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын, балаларына яғымлы, өлгөлө әсәй ҙә ул. Сара барышында Гөлиә Әбүзәр ҡыҙы өләсәйҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр араһындағы мөнәсәбәт тураһында һөйләп, уларҙы бер нимә талап итмәгән сикһеҙ һөйөү менән яратығыҙ тигән матур кәңәштәрен бирҙе.

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Гөлсирә Хәдис ҡыҙы Карсанова башҡорт халҡының әкиәттәре буйынса конкурс үткәрҙе. Конкурс шуныһы менән ҡыҙыҡлы командалар «Сихри моң», «Серле келәм» әкиәттәрен тыңлап бөткәс халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен, ҡурайын, һуҡма балаҫын, һандығын һәм уҡ-һаҙағын ҡулланып, үҙҙәре уйлап әкиәт һөйләргә тейеш ине. Командалар фекер алышҡандан һуң бик үҙенсәлекле, фәһемле әкиәттәр тәҡдим иттеләр: «Ҡурай моңо кешеләрҙең күңеленә изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтары сәсһен, һуҡма балаҫ серле келәмгә әйләнеп һуғыш яланында йөрөгән ир-егеттәребеҙҙе һаҡлаһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, уҡ-һаҙаҡ тик мәргән уҡсылар уйынында ғына ҡулланылһын, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡылары тере тарихыбыҙҙы һүрәтләһен, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаһын».

Артабан китапханасы Лира Такалова талантлы һәүәҫкәр яҙыусы Фәриғә Күсәкованың «Йәшел яулыҡ» исемле китабы менән таныштырып, әсәйҙәргә арналған шиғырҙарын уҡыны, «Зөлхизә», «Ювелир Сәғит», «Тәүбә» тигән хикәйәләренә байҡау яһаны.

Ер йѳҙѳндәге иң ғәзиз кеше ул – Әсәй!  Ошо бөйөк исемгә һәр ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булһын!

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Л. Такалова.