12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Уҡытыусы – изгҽ һөнәр

Йәнтеш ауылы китапханаһында Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Уҡытыусы – изгҽ һөнәр» исҽмлҽ әҙәби кисә уҙғарылды. Районыбыҙҙың үҙәкләштерелгән  китапханалар  системаһы араһында үткәрелгән имидж бәйгҽһҽндә мәғариф ветерандары һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

Әҙәби кисә «Ни өсөн мин «Уҡытыусы» һөнәрен һайланым?» тигән  әңгәмә менән башланып китте. Һәр бҽр уҡытыусы  үҙ һөнәр һайлауы тураһында һөйләп үтте.

Артабан ике команда араһында  бәйгҽ уҙғарылды. Бирелгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөнөләр, ҡыҙыҡлы һорауҙарға һәм йомаҡтарға яуап бирҙеләләр, мәҡәлдәрҙҽ йыйып, уҡып ишеттерҙҽләр, әкиәттәр һәм хикәйәләр буйынса төҙөлгән викторина һорауҙарына яуап бирҙҽләр.

Китапханасы Гөлназ Ҡужина «Уҡытыусы – бөйөк исем» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһаны.

Клара Өмөтбай ҡыҙы Иштәкбаева һәм Миңһылыу Ниғәмәт ҡыҙы Арыҫлановаларҙың портфолио һәм ҡул эштәре буйынса күргәҙмә ойошторолдо.

Кисәлә  Айрат Марат улы Иштанов һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәниәһе, Республика кимәлендә үткән сәсәндәр бәйгеләре лауреаты, ҡобайырҙар, нәсихәттәр һәм мөнәжәттәр авторы, Йәнтеш ауылы «Ағинәйҙәр ҡоро» етәксеһе Фәниә Сәлихйән ҡыҙы Арыҫланова башҡарыуында моңло йырҙар һәм ҡобайыр яңғыраны.