12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ғүмерҙең алтын көҙө»

Алтын көҙ… ғүмер көҙө ул бихисап матурлыҡ, бай мәғәнәгә тулы, сөнки кеше был мәлдә сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерә, уңыштарын барлап, тормош тәжрибәһен башҡаларға өләшә.    Матур көҙҙөң ҡояшлы бер көнөндә үҙәк район китапханаһы янында хеҙмәт ветерандары тарафынан ойошторолған «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле һәүәҫкәрҙәре Степной ауылы халҡы өсөн «Көҙ сәләме» исемле  ял концерты бүләк итте.

«Юшан» халыҡ инструменталь ансамбленең сығышы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡумбыҙҙа, батмуста  башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарыуы һәр кемдең дә күңеленә хуш килде. Ансамблдең иң оло алыштырғыһыҙ мандолинала уйнаусы Эльвира Такалова Рәми Ғәриповтың «Кеше» шиғырын уҡып ишеттерҙе һәм Рәми Ғарипов һүҙҙәренә Нур Дауытов ижад иткән «Бар ғүмерем» йырын йырланы. Хәмиҙә Ҡунысбаеваның «Һағыш» тип исемләнгән мөнәжәт әйтеүе, «Балаҡайҙар» йыры  халыҡсанлығы менән айырылып торҙо.

Үҙенең моңло тауышы менән Әлфиә Игебаева «Тибә йөрәгем», «Ҡайҙа ҡалды йәшлегем» йырҙарын йырланы.

Өфөлә  оло быуын кешеләре араһында ойошторолған республика үҙэшмәкәр сәнғәт фестиваленең гала-концертында ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булыусы Римма Ишкилдинаның «Ләүсәтин», «Һыбайлы ҡыҙ»  бейеүҙәрен тамашасы ихлас күңелдән  ҡабул итте. Ҡатын ҡыҙҙар вокаль ансамбле «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», башҡорт халыҡ йыры «Ғәлиләү генәйем» йырҙары  оло быуын тамашасыларын йәшлек йылдары менән бәйләне.

«Көҙ сәләме» концертын район мәҙәниәт йортоноң талантлы баянисы Ғәлимйән Ултраков һәр сығышты тулыландырып торҙо, ҡурайҙа Фәнис Атанов башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө «Уйыл» тамашасыларҙың күңел түрен биҙәне.

Ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белеп, изгелек орлоҡтары  сәсеп йәшәһәң  генә  был тормоштоң  матурлығын күрергә мөмкин. Ошо сифаттарға эйә булған хеҙмәт ветерандарының булмышы үҙе үк күптәргә өлгө булып тора.