12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби кисә «Уҡытыусы – бөйөк исем»

Бар тәбиғәт алтынға мансылған ваҡытында, йомарт көҙҙөң ҡояшлы матур бер көнөндә һәр йыл һайын уҡытыусылар көнө билдәләнеп үтелә һәм ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһында ла «Уҡытыусы – бөйөк исем» исемле мәғариф хеҙмәте ветерандары өсөн әҙәби кисә ойошторолдо.

Уҡытыусы – яуаплы, изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары уҡытыусы күңелендә урын алған. Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр ул.

2023 йыл «Уҡытыусы һәм Остаз йылы» исеме аҫтында уҙғарырға тигән ҡарары уҡытыусыларзың юғары статусын таныу һәм уларҙың башҡарған эшенең мөһимлеге хаҡында һөйләй.  Шулай уҡ, был атамалы йылдың бурысы – ошо һөнәргә иғтибар йүнәлтеү һәр баланың күңеленә йөрәк йылыһын биреп бөгөнгө көндә хаҡлы ялдағы  хеҙмәт ветерандарына оло хөрмәт күрһәтеү  өсөн  уңайлы йыл булып тора.

Сара матур ғүмер юлы үтеүсе, изге һөнәр эйәһе, 30 йылға яҡын ғүмерен үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, күңелендәге яҡшылыҡ сифаттарын иман нуры аша тирә-яҡҡа йомарт өләшкән мәғариф хеҙмәте ветераны Эльвира Сәлмән ҡыҙы Такаловның ижадына арналды.  Эльвира Сәлмән ҡыҙы мәҙәниәтебеҙҙе хөрмәт иткән, ғөрөф ғәҙәттәребеҙҙе  һанлаған, күңеленә башҡорт рухы һалған, телебеҙгә  һөйөү тәрбиәләгән,   китапхана янында ойошторолған «Ағинәйҙәр», «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе. Тормошоноң ярты быуатын һәм ғүмерен халҡына, уға бар булмышын биреп хеҙмәт иткән абруйлы хеҙмәт ветераны ул. Эльвира Сәлмән ҡыҙының мандолинала дәртле йыр-моңдар уйнауы, бөйөк шағирҙарыбыҙҙың күп кенә шиғырҙарын яттан һөйләүе һоҡландыра, күңелгә ҡанаттар ҡуя.

«Эльвира Сәлмән ҡыҙының дәрестәре үҙенсәлекле, уйланылған, уҡыусыларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу һәм белемгә ынтылыш уятырлыҡ була торғайны, кластан тыш сараларҙы ла күңел йылыһын һалып  һәр саҡ ныҡлы әҙерлек менән үткәрҙе, мандолинала уйнарға өйрәтте», –  тип яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашып үттеләр  уҡыусылары. Әлбиттә, игенсе үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҫтергән игендәрендә күрһә, уҡытыусы иһә уны тиҫтә йылдар буйы үҙе уҡытҡан, тәрбиә биргән балаларҙа  күрергә ынтыла. Эльвира Сәлмән ҡыҙы ла тап шулай һанай: «Яратҡан уҡыусыларымдың уңыштары, хеҙмәттәштәремдең оло ихтирамы һәм иғтибары, дуҫтарымдың йылы ҡарашы, йылы һүҙҙәре минең  өсөн иң ҙур бәхет». Эйе, бар яҡтан да камиллыҡҡа ынтылыу,  тирә-яҡтағыларға игелекле булыу, тормошто яратыу, тимәк, һин оло йөрәкле, мәрхәмәтле кешеһең.

 

Рәмилә Файзуллина, үҙәк район китапханаһның башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.