12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Тематик кисә «Селтәрҙә – милли аң»

Үҙәк район китапханаһында 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 6 класс ҡыҙҙары өсөн Милли кейем көнөнә арналған «Селтәрҙә – милли аң» исемле тематик кисә үткәрелде.

Милли кейем – милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен күрһәткән оло дәлил ул. Һәр халыҡтың милли кейеме, биҙәүестәре уның үткәнен, илен, көнкүрешен, һөнәрен, матди байлығын һөйләй. Сара барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы төрлө милләттең кейемдәре менән таныштырҙылар, уларҙы өйрәнеп, киләсәк быуынға еткереүсе, тергеҙҙеүсе аҫыл заттарыбыҙ тураһында мәғлүмәт бирҙеләр.

Халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә битараф булмаған, улар менән ҡыҙыҡһынып, барлыҡ нескәлектәрен өйрәнеп, тергеҙергә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күп булыуы үҙе бер ғорурлыҡ.  Шундай гүзәл заттарыбыҙҙың береһе Юлиә Рәйес ҡыҙы Ғәлеева кисәлә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уның йөрәк йылыһын һалып, изге теләктәр ҡушып эшләгән ҡашмау, селтәр, түшелдеректәре үҙе бер серле донъя. «Мәктәптә балаларыма Милли кейем көнөнә милли кейем элементтарын тағып килергә ҡушылғас, ҡыҙҙарым менән тиҙ генә селтәр эшләп алдыҡ, был эшебеҙ үҙебеҙгә ныҡ оҡшаны, ҡыҙыҡһыныу уятты һәм ошо эшкә башкөллө сумғаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре, китаптарҙан өйрәнеп түшелдерек, ҡашмау, биҙәүестәр эшләйбеҙ. Ысынлап та, халҡымдың күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған», – тип тәҫьораттары менән бүлеште Юлиә Рәйес ҡыҙы.

Милли кейем көнө – һәр халҡының рухи асылы, тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге ул. Ошо рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлайыҡ, тергеҙәйек, илебеҙҙе, тарихыбыҙҙы данларҙай көслө рухлы  балалар үҫтерәйек!

 

Үҙәк район китапханасыһы Лира Такалова.