Йомаҡ зиһен асҡысы
Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат, ҡәҙерле мираҫ.
Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла.
Ағас түгел – япраҡлы,
тун түгел – тегелгән,
кеше түгел – һөйләй. (Китап).