12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

 Китап күргәҙмәһе «Шағирәнең ижад йәйғоро»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованың 75 йәшлек күркәм юбилейына ҡарата «Шағирәнең ижад йәйғоро» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы  шағир, актив йәмәғәт эшмәкәре, 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының  һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы  лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова (Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған. 1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» һәм «Зәңгәр тубым» тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Үткер ҡәләмле шағирә — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.

Гөлфиә Юнысованың күп кенә шиғырҙарына көйҙәр яҙылған. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай.

Башҡорт әҙәбиәтенә йәшлек ярһыуы менән ҡыйыу килеп ингән, емешле ижад иткән шағи­рәнең  «Яҙ тураһында әкиәт», «Тылсымлы бүләк», «Ҡояшлы иртә», «Горн саҡыра», «Песня березки», «Колокольчик», «Дома улыбаются», «Бәпембә», «Буҙ турғай йыры», «По солнечной радуге», «Наша песня», «Надежда», «Юлдар ҡайҙа илтә?», «Йылғыр тупҡайым», «Аҡ ямғырҙар» һәм башҡа балаларға һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән китаптары башҡорт, урыҫ һәм башҡа телдәрҙә меңләгән дана тираж менән баҫылып сығарылған.

Илле йылдан ашыу ижад иткән  Гөлфиә Юнысованың    аһәңле йырҙарына, хисле лирикаһынан торған   «Һайланма әҫәрҙәр»енең ике томлығы донъя күрҙе. Китаптың беренсе томында лирик һәм гражданлыҡ шиғырҙары тупланһа, икенсе томында балаларға тәғәйенләнгән шиғырҙар, әкиәттәр, уйындар, табышмаҡтар,  фәһемле дүрт юллыҡтар урын алған.
Гөлфиә Юнысова шиғырҙарында тормош, йәшәйеш, көрәш, рухиәт, әхлаҡи тәрбиә, кешелеклелек кеүек мәңгелек төшөнсәләр хаҡында уйланыуҙар сағылыш тапҡан.

 

 

Сентябрь урманы

Ҡартайғыһы килмәй тәбиғәттең,
Теләмәй һис көҙҙө танырға.
Ул бар көсөн, тырышлығын бирә
Һәр саҡ йәшел килеш ҡалырға…

Ә шулай ҙа ярһып шаулай улар,
Был донъяға мәңге килгәндәй,
Йәшәмәнек бушҡа мираҫ булып,
Урман ҡала ерҙә тигәндәй.