Тарихи һүҙҙәр онотолмаһын
Билдәле булыуынса, йәмғиәт үҫеү, үҙгәреү менән бергә уның иҡтисади хәле лә, мәҙәниәте лә үҙгәрә. Был үҙгәреш телдә лә сағылыш таба. Тормошта булған хәл-ваҡиғаларҙы, предметтарҙы белдергән ҡайһы бер төшөнсәләр атамалары менән бергә ҡулланыштан төшөп ҡала. Бындай һүҙҙәр тарихи һүҙҙәр һәм архаизмдар тип атала.
Мәҫәлән:
Мөғәллим – уҡытыусы,
Мөхбир – хәбәрсе,
Зәмин – ерлек.