12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Йомаҡ зиһен асҡысы

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат, ҡәҙерле мираҫ.

Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билдәһен икенсе бер предметҡа, күренешкә күсереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

«Йомаҡ» атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.

 

Бер байлыҡ бар − янмай,

Ҡараҡ та урлай алмай,

Төшөп тә юғалмай. (Белем).