Тарихи һүҙҙәр онотолмаһын!
Билдәле булыуынса, йәмғиәт үҫеү, үҙгәреү менән бергә уның иҡтисади хәле лә, мәҙәниәте лә үҙгәрә Был үҙгәреш телдә лә сағылыш таба. Тормошта булған хәл-ваҡиғаларҙы, предметтарҙы белдергән ҡайһы бер төшөнсәләр атамалары менән бергә ҡулланыштан төшөп ҡала. Бындай һүҙҙәр тарихи һүҙҙәр һәм архаизмдар тип атала.
Мәҫәлән:
Мөҡәддәс – изге
Сәғәдәт – уңыш, бәхет
Мөстәҡил – үҙ аллы.