12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Шифалы башҡорт балы»

Үҙәк район китапханаһында Умартасылар көнөнә арналған «Шифалы башҡорт балы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡурай, ҡымыҙ һымаҡ, башҡорт балы – башҡорт халҡының илгә, милләткә ҡот, дан-шөһрәт килтергән мөғжизәһе. Тәбиғи матдәләренең төрлөлөгө, шифаһы, им-дауа үҙенсәлектәре, туҡлыҡлығы, тәме буйынса донъяла уның тиңе юҡ.

Башҡорттар бик боронғо замандарҙа уҡ солоҡсолоҡ, бал ҡорттары аҫрау менән шөғөлләнгән, шифалы кәрәҙ балы менән туҡланған. Башҡорт иленең хайуандар, үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүсе XVIII быуат тарихсыһы Петр Рычков: «…Бал ҡорто шөғөлө йәһәтенән башҡорттарҙы уҙып киткән берәй халыҡ бармы икән?» – тип яҙған.

Йүкә, ҡарабойҙай, ҡандала үләне, йылҡы борсағы кеүек бер төрлө үҫемлектәр сәскәһенән, йәнә төрлө болон, туған сәскәләренән йыйылған бал юғары сифатлы һанала. Башҡорт йүкә балы аҡһыл гәрәбә кеүек һәм ҡеүәтле, татлылығы, хуш еҫлелеге, сифаты буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы һанала. Балдың шифаһы меңәр йылдар буйы һыналған һәм быны хәҙер заман медицинаһы ла таный. Унда тереклек итеү, ҡанды байытыу һәм яңыртыу өсөн кәрәк булған иң мөһим микроэлементтар бар.

Бал ҡортоноң мөғжизәһе, балдың сәләмәтлек өсөн сихәте, прополис, инә ҡорт һөтө, медицинала ҡулланыу һәм умартасылыҡ серҙәре тураһында төплө мәғлүмәт алғығыҙ килһә, үҙәк район китапханаһына рәхим итегеҙ.