12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Илһамлы ижад»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, прозаик һәм күренекле драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Әсхәт улы Ғәйетбаевтың 75 йәшлек күркәм юбилейына ҡарата «Илһамлы ижад» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Китап күргәҙмәһендә авторҙың «Аҡ төндәр»,«Офоҡҡа ҡаса юлдар», «Һары тәҙрәләр» исемле китаптары һәм «Ағиҙел» «Ватандаш » журналдары урын алған.
«Ағиҙел» журналында донъя күргән «Йән» романын журнал уҡыусыларыбыҙ яратып һәм ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. «Йән» романы авторҙың башҡа әҫәрҙәре кеүек үк, халыҡсан телле, китап уҡыусылар өсөн бер нисә сюжет линияһы мауыҡтырғыс үҫешә һәм көтөлмәгәнсә киҫешә. Эпиграфынан уҡ һиҫкәндерә. Ә роман үҙе тәүге биттәренән үк күңелде йолоп ала.
Арҙаҡлы прозаик Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 1948 йылдың 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында донъяға килгән. 1966 йылда Сибайҙа урта мәктәп тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый. 1972 йылда инженер-механик һөнәре алғас, Себерҙә эш башлай. Кемеров өлкәһе Киселев машиналар төҙөү заводында мастер, участок етәксеһе, баш механик вазифаларын башҡара. Артабан Сибай баҡыр-көкөрт заводында өлкән механик ,өлкән инженер була.
1983 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда — ГИТИС ҡарамағындағы Юғары театр курстарын тамамлай.
1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында әҙәби кәңәшсе булып эшләй.
1992—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.
1994-2010 йылдарҙа «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000-2007 йылда Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзын етәкләй.
1970 йылдарҙа әүҙем ижад итә башлай. Беренсе китабы «Алтын ямғырҙар миҙгеле» 1979 йылда донъя күрә. Әлеге көндә илле пьеса, биш роман, егермеләгән повесть, һикһән хикәйә, утыҙға яҡын китап авторы. Пьесалары Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Рәсәйҙә һәм сит ил театрҙарында халыҡтың көтөп алған тамашаһы.

2015 йылда Әҙәбиәт йылына арналған «Әҙәби мозаика» республика әҙәби марафоны сараһынан архив фотолар ҡуйылды.