12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры»

Үҙәк  район китапханаһында 1- се һанлы Аҡъяр  дөйөм белем биреү мәктәбенең көндөҙгө лагерҙа ял итеүсе балалар өсөн, башҡорт халҡының милли геройы  Салауат Юлаевҡа  арналған, «Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры» исемле әҙәби сара үткәрелде.

Салауат Юлаев… Халҡыбыҙ күңелендә урын алған иң бөйөк шәхестәрҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө, милләтебеҙҙең рухи ҡаһарманлыҡ символы. Уны данлап кемдәр генә шиғыр, йыр яҙмаған да, кемдәр генә сәсмә әҫәр, балет, опера, картина, фильмдар ижад итмәгән!

Әҙәби  сарала уҡыусылар халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлын, ижадын өйрәнделәр. «Салават Юлаев» тураһында тарихи һәм документаль фильмдар  ҡаранылар. Презентация аша  яуғир, батыр, шағир, сәсән, ҡурайсы батырыбыҙ  тураһында белемдәрен арттырҙылар.

Милли батырыбыҙҙың  тормош юлы буйынса «Салауат- ил батыры» – тип аталған викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр.

Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ ҡаһарман булып һаҡлана. Илем, халҡым тип янған батырыбыҙ  күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр!