12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Кәкүк сәйе» йолаһы

15 июнь көнө Таналыҡ буйында  үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы менән берлектә, 2- се һанлы Аҡъяр  дөйөм белем биреү мәктәбенең көндөҙгө лагерҙа ял итеүсе балалар өсөн «Кәкүк сәйе» байрамы үткәрелде.

«Кәкүк сәйе» – борондан килгән матур йола, изге ҡошобоҙ кәкүкте ризалаштырыу өсөн махсус  байрам үткәргәндәр. «Кәкүк сәйе» йолаһы кешеләрҙең тәбиғәткә, ҡоштарға, йәнлектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә өндәй.

Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Менәүәрә Бохарбаева  балаларға «Кәкүк сәйе» йолаһының тарихы хаҡында һөйләне һәм йылдың уңышлы килеүенә, ашлыҡ-игендең  уңыуына, ямғыр яуыуына бағышлап, теләктәрен еткерҙе. «Кәкүк» ролендә Лира Такалова  тәбиғәт күркен һаҡлауҙа изге ҡоштоң файҙалы яҡтары менән таныштырып   үтте. Балаларҙың  тапҡырлығын  һәм зирәклеген һынау  өсөн  тик ҡоштарға ғына арналған йомаҡтар ҡойолдо.

Сара ҡурай һәм ҡумбыҙ тауыштарына үрелеп барҙы ҡурайҙа Искәндәр Фәйзуллин башҡорт халыҡ көйө «Кәкүк   сәйе» көйөн уйнаны, «Ағинәйҙәр» ҡумбыҙ һәм батмустарҙа башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарҙы.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан халҡыбыҙҙың милли уйындары һәм төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар ойошторолдо. Балалар «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Алырмын ҡош,бирмәм ҡош», «Күмер йөҙөк», «Йәшерәм яулыҡ», «Осто-осто»,«Минең атым» һәм башҡа  халыҡ уйындарын яратып уйнанылар.

Йола байрамы аша балаларҙың күңеленә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ҡоштарға ҡарата изге мөнәсәбәт, телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә һөйөү һәм ихтирам кеүек тойғолар  еткерелде .

 

Рәмилә Файзуллина.