12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«РУХ ЯҘЫУЫ» асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһе

25 апрель Үҙәк район китапханаһы тарафынан район мәҙәниәт йортонда быйыл  дүртенсе йыл рәттән «РУХ ЯҘЫУЫ» асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһе ойошторолдо. «РУХ ЯҘЫУЫ» шиғриәт бәйгеһе  күренекле яҡташыбыҙ, шағирә, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың ижадына арналды. Шиғриәт бәйгеһендә шағирә Йомабикә Ильясованың да ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне һәм әҙбиәт һөйөүселәр өсөн  оло ҡыуаныс булды.

Бәйгенең беренсе турында  Хәйбулла районынан тыш  республикабыҙҙың Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Ишембай, Борай, Белорет, Мәсетле, Миәкә, Стәрлебаш райондарынан, Ишембай, Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалаларынан һәм Силәбе, Ырымбур өлкәләренән барлығы 130-ҙан ашыу кеше көс һынашты.

Финалға  жюри ағзалары тарафынан һайлап алынған  барлығы 17  бәйгесе сәхнәлә үҙ  көсөн  һынап ҡараны. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың сығышынан һуң Йомабикә Ильясованың ижады ысынлап та йөкмәткеле, саф, көслө, фәһемле, илһөйәр рухлы икәненә инандыҡ.

Шиғриәт бәйгеһен яҙыусы, журналист,Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премия лауреаты, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев, шағирә, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева, Хәйбулла районы Район  мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова, район «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе, Түләбаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-ның почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре баһаланы.

Шиғриәт бәйгеһендә беренсе һәм икенсе бүлектең шарттарына ҡарата һәр   бәйгесе сәхнәлә  бер сығыуҙа Йомабикә Ильясованың ижады аша «Мин һәм минең тыуған ерем» тигән темаға сығыш яһаны, тыуған еренә, йәнтөйәгенә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен, һөйөүен, мөхәббәтен һәм илһөйәрлек сифаттарын белдереп,  слайд-презентация, йыр, театралләштерелгән тамаша аша  сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙылар.

Бәйгелә Гран-приға Мәмбәт ауылы моделле китапханаһының иң әүҙем китап уҡыусыларының береһе Илгиҙәр Әғләм улы Ҡарабаев лайыҡ булды,  беренсе урын Маҡан ауылынан Рәфиә Кильдебаеваға һәм  Әбүбәкер ауылынан Гөлшат Билаловаға   тапшырылды, шулай уҡ Рәфиә Кильдебаева Йомабикә Ильясованың махсус призына ла лайыҡ булды.

Икенсе урын Һаҡмар –Наҙарғол ауылынан Эльвира Юнысоваға, Аҡъяр ауылынан Гөлиә Исҡужинаға  һәм Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Земфира Кинйәбаеваға бирелде. Ағиҙел журналының махсус призы Земфира Кинйәбаеваға тапшырылды. Өсөнсө урынға Бүребай ауылынан  Нилә Минлишева, Иләс ауылынан Нәжиә Асҡарова һәм Роза Ғәббәсовалар лайыҡ булдылар. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының махсус призына Подольск ауылынан Эльмира Сафина, “Аҡ тирмәнең” махус призына Байғусҡар ауылынан Хәлил Вәлиев, “Бөркөт” кинозалының саҡырыу ҡағыҙына Өфө ауылынан  Юлиә Юлыева, Мәмбәт ауылынан Нәфиә Кәипова,  Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының махсус призы менән  Иләс ауылынан Рита Шәрипова  бүләкләнде. «Мәҙәниәт идаралығы» муниципаль ҡаҙна учреждениеһы район мәҙәниәт йортоноң киновидеопрокат һәм телерадиотапшырыуҙар студияһы муниципаль ҡаҙна мәҙәниәт учреждениеһы бүләге Яңы Ергән ауылынан Фәнүзә Бәрәкәтова тапшырылды. Сығыш яһаусыларҙың барыһына ла ҡатнашыусы дипломы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Милли рух,тоғролоҡ, кешелеклелек сифаттарын үҫтереү маҡсатында ойошторолған бәйге, күренекле яҡташыбыҙ, шағирә Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың ижады – ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ һәм илһөйәрлек сағылышы менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелендә ҡәнәғәтлек тойғолары менән тамамланды.