12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Туған тел- мәңгелек хазина»

20 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2023» белем биреү акцияһы сиктәрендә үҙәк район китапханаһында офлайн форматта башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн диктант майҙансығы булдырылды.

Акцияның маҡсаты – киң йәмәғәтселектең башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү, башҡорт телен Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй  Федерацияһы субьекттарында  һәм сит илдәрҙә танытыу һәм популярлаштырыу. Диктант   Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арналып, башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Атайсалым – иң ҙур хазинам» тексты тәҡдим ителде.

Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Телебеҙгә  ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығына, байлығына битараф  булмаған, яҙмышынтыуған еренә бәйләгән Ағинәйҙәр, китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары, башҡорт- теле уҡытыусылары, Хәйбулла хәбәрҙәре хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошмаларҙан  йәмғеһе илленән ашыу кеше диктант яҙыуҙа берҙәм ҡатнашты.

Быйыл  диктант яҙыу Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көндәре менән тап килә, шуға күрә һәр бер ҡатнашыусы милли кейемдә йә иһә милли биҙәүестәр менән килеүе ҡыуаныслы булды.

Туған телебеҙҙе белеү һәм уны киләсәк быуындарға еткереү – беҙҙең изге бурысыбыҙ тигән изге уйҙар менән башҡарылды был күркәм сара.