12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Еңеү диктанты – 2023»

5 май көнө үҙәк район китапханаһында бишенсе йыл рәттән Бөйөк Еңеүгә 78 йыл тулыуға арналған  башҡорт телендә онлайн һәм офлайн форматта «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылып, тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында  диктант  яҙыу ойошторолдо.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күпме йылдар үтте, әммә ул килтергән яралар һаман онотолмай.  Беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйергә, фронтта  һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән быуын тураһында иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ.

Китапханала «Үтте һуғыш, ҡалды һағыш» исемле  тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында  китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Диктант өсөн «Батырҙар юлы» китабынан Ибраһим Ғиззатуллиндың «Полк ҡыҙы»  хикәйәһенән өҙөк алынды. Хикәйә Бөйөк Ватан  һуғышында  батырҙарса һәләк булған Рабиға    Ҡобағошованың  яҡты иҫтәлегенә арналған.