12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале

Йәмле яҙ миҙгеленең апрель айында Сибай ҡалаһында «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале үтте. Матур байрамда үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында  ойошторолған «Юшан» халыҡ   инструменттары ансамбленә (етәксеһе Рәмилә Фәйзуллина) сығыш яһау бәхете тейҙе. Фестиваль ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән йыл һайын ойошторолоп килә һәм ул быйыл тыуған төйәгебеҙ өсөн файҙалы эштәр йылына бағышланды.
Йылда үткәрелеп килгән фестиваль өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, интеллектуаль һәм ижади потенциалын мәҙәниәттә ҡулланыу һәм, әлбиттә, таланттарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола.

Сығыштарҙы хөрмәтле һәм абруйлы сәнғәтебеҙ йондоҙҙары Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Кадырова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Фәйзи  Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле балетмейстеры Риф Ғәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фестиваль гала-концертының баш режиссеры Лилиә Иванова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Юлсурина баһаланы.

«Юшан» халыҡ   инструменттары ансамбле сағыу костюмдары менән   бай репертуарынан «Утарбай»,  «Әүһәләй», «Хәйбулла» көйҙәренән  теҙмә башҡарып лайыҡлы сығыш яһаны.

Үткәрелгән сара Межгорье, Сибай ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбулла райондарынан барған таланттарҙың матур сығыштары менән үрелеп барҙы, зал тулы тамашасы  һәр  сығышты ихлас күңелдән ҡабул итте.

Күркәм фестивалдә ҡатнашыу барыбыҙғала  яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.