12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Күңелемдә йыһан һулышы

11 апрель 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 5а класс уҡыусылары өсөн Бөтә донъя авиация һәм косманавтика көнөнә арналған «Күңелемдә йыһан һулышы» исемле илһөйәрлек сәғәте үтте.

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Лира Такалова йыһан тарихы менән таныштырып беренсе эт-космонавттар Лайка, Белка һәм Стрелка, Ер шарынан  беренсе осоусы-космонавт Юрий Гагарин, легендар Байконур космодромы тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе.

Сара барышында яҡташыбыҙ, шағир, публицист, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы ағзаһы, отставкалағы подполковник, Бөтә Рәсәй «Байконур космодромы ветерандары» ойошмаһының Өфө ҡалаһы филиалының рәйес урынбаҫары, «Беҙҙең Байконур» йыйынтығын төҙөүсе Харис Мөҙәрис улы Сәғитов тормош юлы һәм ижады менән таныштылар.

Харис Сәғитов йәмле Һаҡмар буйының Аҡнаҙар ауылында тыуып үҫкән. 1966 йылда әрме хеҙмәтенә алына һәм яҡташыбыҙҙың хәрби хеҙмәт юлы  башлана. Тырыш, аҡыллы, зирәк егетте тиҙ күрәләр, Симферополь юғары хәрби-сәйәси училищеһында уҡый, ҡыҫҡа хәрби курстар үтә. Иркутск-45, Семипалатинск-21 горнизондарында, Ҡытай сигендә, Калуга, Талды-Ҡурған өлкәләрендә, Украинала һәм атаҡлы Байконурҙа хеҙмәт итергә тура килә.

Яҡташыбыҙ Харис Мөҙәрис улы легендар Байконурға 12 йыл хеҙмәт юлын бағышлай. Унда ул ракеталарҙы космосҡа осороу эштәрендә, Валентина Терешкова осоролған 31 старт площадкаһын һәм шулай уҡ хәрби ракеталарҙы программалауҙа, хәрби старт площадкаларын реконструкциялауҙа ҡатнаша.  Яҡшы хеҙмәте өсөн Харис Сәғитовҡа «Ватанға хеҙмәт өсөн» юғары дәрәжәле миҙалдары тапшырыла, Ю. Гагарин, Г. Титов, Г. Жуковтарҙың юбилей миҙалдары менән наградлана, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 1990 йылда подполковник званиеһында хаҡлы ялға сығып, Байконурҙа 2 йыллыҡ училищела уҡыта һәм 1992 йылда Башҡортостанға ҡайта.

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған яҡташыбыҙ Харис Мөҙәрис улы мәктәп уҡыусылары, студенттар менән осраша, патриотик тәрбиә дәрестәре алып бара. «Уйым сағыла йыһанда», «Япраҡтар туйы» шиғырҙар йыйынтығы авторы ла ул. Матур хәрби тормош юлы үткән күренекле яҡташыбыҙ Харис Мөҙәрис улы Сәғитов ир-егеттәребеҙ өсөн үрнәк, өлгө булып тора.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы.