12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Әҙиптең яҡты донъяһы»

Күренекле ғалим, әҙәбиәт белгесе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар Дуҫлығы  һәм С. Юлаев  ордендары кавалеры Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың тыуыуына 95 йыл. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Әҙиптең яҡты донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Әҙәбиәтсе һәм тәнҡитсе, яҙыусы һәм тарихсы, күренекле ғалим һәм аҡыл эйәһе, ғилми етәксе һәм итәғәтле уҡытыусы… Ғайса Хөсәйеновҡа төбәп ниндәй генә исемде әйтһәк уның фиғеле, булмышы асыҡ асыла. Киң ҡарашлы, тәрән мәғлүмәтле фекер эйәһе ижади ҡаһарманлығы менән уҡыусыларына тарихи әҫәрҙәр, һәр заманда ла актуаллеген юғалтмаған ғилми хеҙмәттәр, әҙәбиәт донъяһына оло хазина ҡалдырҙы.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны  Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, бер йыл Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡый,  унан Өфөгә килеп, 9-сы мәктәп-интернатта урта белем ала.

1947—1951 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ғайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана. 1996—2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим, 50-нән ашыу монография, төрлө ғилми баҫмаларҙа һәм йыйынтыҡтарҙа 400 мәҡәлә, шулай уҡ дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм хрестоматиялар, уҡыу ҡулланмалары авторы.