12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Тыуған төйәк уҡыуҙары «Илһөйәрлек рухы һүнмәһен»

2 март Әбүбәкер ауылында республика кимәлендә үткәрелгән «Айыҡ ауыл 2023» бәйгеһе сиктәрендә «Илһөйәрлек рухы һүнмәһен» исемле тыуған төйәк уҡыуҙары ойошторолдо. Шулай уҡ, сараның Башҡортостанда иғлан ителгән Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы менән тап килеүе лә оло мәртәбә.

Ваҡыт үтеү, заманалар үҙгәреү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер ваҡиғалар аҡрынлап юйыла бара. Ни тиклем үкенесле булмаһын, баҡыйлыҡҡа күскән һәр быуын үҙе менән баһалап бөткөһөҙ рухи хазиналарҙың күпмелер өлөшөн мәңгелеккә алып китә. Шуға күрә мөмкинселек булғанда, тарихыбыҙҙы тергеҙеп, өйрәнеп, һаҡлап, уларҙы үҫер быуынға еткереү беҙҙең изге бурысыбыҙ. «Илһөйәрлек рухы һүнмәһен» исемле тыуған төйәк уҡыуҙары ла тап шуға этәргес көс булып торҙо.

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сығыш яһаусыларҙың тикшеренеү эштәре төплө өйрәнелгән, маҡсатлы, нигеҙле. Билалов Илгиз Шәмсетдин улы тарафынан әҙерләнгән «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар» фәнни-тикшеренеү эше мәғлүмәттәргә бик бай булһа, Балдыбаев Йәмил Сабирйән улының тыуған колхозыбыҙ «Красный Доброволец колхозы үҫеше» тураһындағы сығышы ҡыҙыҡлы һәм асыштарға бай булды. Шулай уҡ 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы булыу айҡанлы Билалова Гүзәл Оморҙаҡ ҡыҙының сығышы актуаллеге менән айырылып торһа, Билалова Лилиә Салауат ҡыҙының «Ҡартатайым – ғаиләбеҙ ғорурлығы», Назарова Фәймә Ғәйнетдин ҡыҙының «Батырҙар даны мәңгелек» темалары тыңлаусылар өсөн бик фәһемле булды.  Шуныһы ҡыуаныслы, тыуған төйәк уҡыуҙарында мәктәп укыусылары һәм студенттар күпләп ҡатнашты. 4 класс уҡыусыһы Билалов Ислам «Ырыуым тарихында сәйәси  золом елдәре» темаһын төплө асып бирһә, 8 класс уҡыусыһы Билалов Батырхан тыңлаусыларҙы тыуған яҡ туристик маршруты буйлап йөрөттө. 7 класс укыусыһы Сарьян Билалов тыуған яғыбыҙҙың Ҡызыл китабына ингән үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы менән таныштырып тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға өндәне. Байрамғолова Айһылыу үҙенең ижады шәхестәргә бай булған ғаилә тарихын бәйән итһә, Сибай педагогия колледжының 4 курс студенты Акилова Мәҙинә яҡташыбыҙ Сулпан Билалованың ижадына байҡау яһаны. 8 класс уҡыусыһы Әлибаева Динә «Ҡадир Әлибаев Хәйбулланың даланлы  улы» темаһын ғорурлыҡ менән һөйләне, Байрамғолова Айгөл Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу техникумының 3 курс студенты олатаһының тормош юлын асып һалды.

Ысынлап та, тыуған илгә һөйөү тыуып үҫкән ереңдең тарихын, ер-һыу атамаларының килеп сығышын белеүҙән башлана. Һәр кем үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, арҙаҡлы шәхестәренең данлы тормош юлын ни тиклем төплөрәк белһә, уның милли аң кимәле, рухи донъяһы юғары була.

Әбүбәкерҙәр ҙә үҙ төбәген данлап, ата-бабалар рухына тап төшөрмәй быуындар һәм быуаттар бәйләнешен тергеҙеүгә өлгәште.

Сараны йомғаҡлап тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Фазулла ҡыҙы Байғусҡарова урынлы кәңәштәрен биреп, изге теләктәрен еткерҙе, Федоровка ауылы биләмәһе башлығы Наталья Семеновна Лебедева ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтен белдереп дипломдар, рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.