12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби сара «Тыуған телем – моңло көйөм»

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. «Теле барҙың – иле бар» тигән башҡорт халыҡ мәҡәле бар . Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле.

Туған теле арҡаһында һәр кем үҙ халҡының күңел хазинаһын – илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 2-се һанлы Аҡъяр  урта мәктәбенең 6а класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Юлдаш Рим улы Атанов) «Тыуған телем – моңло көйөм» исемле әҙәби сара үткәрҙе. Әҙәби сара халыҡ-ара туған тел   көнөнөң    барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырыу, телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға кәрәклеген төшөндөрөү маҡсаты менән ойошторолдо.

Уҡыусыларыбыҙ тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә белемдәрен һанап ҡарар өсөн «Тапҡырҙар» һәм  «Зирәктәр»   командаһына   бүленеп башҡорт халыҡ ижады буйынса мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр, йомаҡтар систеләр,  шиғырҙар аша телебеҙҙең бәҫен, тәмен тойҙолар.

Китапханасы  уҡыусыларҙы   Ғәбит Садиҡовтың “Гәүһәр тиҫбеһе” һәм “Фәһем шишмәһе” китаптарындағы замана әйтемдәре, “Халҡым теле- хаҡлыҡ теле” китабындағы үҙ телдәренең баһаһын белеүсе ҡәләм эйәләренең “Аҫыл һүҙ – күңел төбөндә” тип тапҡыр әйтелгән шиғыр йыйынтыҡтары менән таныштырып үтте.

Башҡорт теленә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырына флешмоб менән тамамланды.

Беҙ үҙебеҙ башҡорттар,

Салауат тоҡомонан,

Һаҡлайыҡ телебеҙҙе ,

Яратайыҡ илебеҙҙе.