12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби сәғәт «Күңел моңға тулған ер»

14 февраль 1-се һанлы урта мәктәбенең 5а класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова) шағир Ҡадир Әлибаевтың тормош юлы һәм ижадына арналған «Күңел моңға тулған ер» исемле әҙәби сәғәт үтте.

Шағир Ҡадир Әхмәткирәй улы Әлибаев башҡорт әҙәбиәтендә балалар яҙыусыһы булараҡ киң билдәле. Үҙенсәлекле стиль менән яҙылған шиғырҙарын балалар бик ярата. Яҡташ шағирыбыҙҙың йәнле, баҫалҡы һәм йыйнаҡ ижадын уҡығандан уҡығы килеп тора.

Әҙәби сәғәттә уҡыусылар Ҡадир Әлибаевтың ижады менән төплө таныштылар, «Күңелле иртә» китабын яратып уҡып, шиғырҙарына анализ яһанылар һәм «Бесәй балаһы» шиғырын яттан яҙҙылар.

Тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған, тәбиғәтте бар нескәлектәре менән яратырға өйрәткән, наҙлы, ябай телле Ҡадир Әлибайҙың ижады илһамлы, нурлы. Ошо илһамлы нур тыуған еребеҙҙең халҡы өсөн юғары рухлы мираҫ ул.

 

Л.Х. Такалова, үҙәк район китапханаһы.